Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
4 Ғинуар 2019, 14:09

Сая, ғорур, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ һәм оялсан да башҡорт ҡыҙы!

Башҡорт ҡыҙы! Сибәрлеге, һомғол буйы менән кемдәрҙе генә һоҡландырмаған, кемдәрҙе генә ғашиҡ итмәгән икән ул! Тарих төпкөлөнә күҙ һалһаҡ та башҡорт ҡыҙҙарын ғорурлыҡ хисе менән телгә алырлыҡ, бөгөн дә ҡыҙҙарыбыҙ тик маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ. Ә әлеге һүҙебеҙ Ҡытайҙа үткәрелгән "Матурлыҡ илсеһе" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашыусы Әлфинә Кашапова хаҡында.
Быйыл Әлфинә "Һылыуҡай" республика гүзәллек бәйгеһендә районыбыҙ исеменән сығыш яһап еңеү менән ҡайтҡайны. Бөгөн Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡып йөрөгән ҡыҙ моделлек эше менән дә профессиональ рәүештә шөғөлләнә. Республика, ил, халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша ул.
"Линара Рауил ҡыҙы Таһирова етәкселегендәге "Bashkirian beauty" моделлек студияһы минең иңдәремә ҡанат ҡуйҙы, ҙур еңеүҙәргә илтеүсе юлды ошо студияла таптым", - ти Әлфинә.
"Матурлыҡ илсеһе" халыҡ ара гүзәллек бәйгеһе быйыл ун бишенсе тапҡыр Ҡытайҙың Маньчжурия ҡалаһында үткәрелә. Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Монголиянан конкурста бөтәһе 60 ҡыҙ көс һынаша. Әлфинә "ҡайнап торған" самауыр менән башҡорт ҡыҙҙары бейеүен бейеп залды хайран итә. Жюри был сығышы өсөн уны "Топ талант" номинацияһында еңеүсе тип иғлан итә.
"Был конкурс миңә үҙ-үҙемә икенсе күҙлектән ҡарарға, башҡа һәләттәремде асырға ярҙам итте. Миңә ышанған, минең өсөн янып-көйгән атай-әсәйем, туғандарым, дуҫтарымдың ышанысын аҡланым тип уйлайым. Һәм һәр береһенә оло рәхмәттәремде еткерәм. Мине әҙерләп конкурсҡа ебәргән "Bashķirian Beauty" студияһына, матди яҡтан ярҙам күрһәткәне өсөн Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Радик улы Мостафинға, конкурсҡа әҙерләнгән ваҡытта төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән район мәҙәниәт йортонда эшләүсе Зарипова Тәнзилә Ғәлимулла ҡыҙына сикһеҙ рәхмәтлемен", - тип ихлас йылмая Әлфинә.
Афарин, һылыу! Һинең менән ғорурланабыҙ. Районыбыҙ, республикабыҙ исемен тағы ла данларһың, киләсәктә тағы ла бейегерәк үрҙәргә үрләрһең, тип ышанғы килә!
Читайте нас: