Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
27 Декабрь 2018, 16:57

Хыялдар тормошҡа аша

Уларға республиканың төп шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе.

Һәр беребеҙ, өлкән кешеме ул йәки баламы, Яңы йыл байрамдарында ниндәйҙер бер мөғжизә, тылсым, хыялдарҙың бойомға ашыуын көтә. Ә бына Әлшәйҙең ете уҡыусыһының уй-хыялдары тормошҡа ашты, тип ышаныс менән әйтергә була. Уларға республиканың төп шыршы байрамына барыу бәхете тейҙе.

Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 800-гә яҡын уҡыу алдынғыһы, олимпиада, конкурстар һәм спорт ярыштарында еңеүселәр менән бер рәттән М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары Камилла Ғәбделманова һәм Илназ Сәлимов, Раевка 4-се урта мәктәбенән Виктория Пищулина һәм Ҡырым мәктәбенән Гөлнур Йәрмиева, Торонтайыштан Наҙгөл Ғәлиуллина, Ҡармыш мәктәбенән Йәмилә Ғәлимова һәм Шафрандан Мария Кутьенкова ла Өфөгә Ҡыш бабай менән осрашыуға саҡырыу алды.

- “Башҡортостан” дәүләт концерт залында балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, башҡа әкиәт геройҙары менән әйлән-бәйлән уйнаны, бейене, йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, күңелле уйындар уйнаны, фотоға төштө һәм республика телеканалдарына бик теләп интервью бирҙе, - ти мәғариф бүлеге педагог-ойоштороусыһы Лиана Афризонова. – Йәш тамашасыларҙы республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова сәләмләп, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың сәләмдәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.

Ә артабан ниҙер күрмәй ҡалыуҙан ҡурҡҡандай, тын ҡалып, барыһы ла һоҡланғыс шоу – “Киреһенсә Яңы йыл “ музыкаль тамашаһын ҡараны, һәр кем әкиәт геройҙары менән бергә мажаралы ваҡиғалар уртаһында ҡайнаны.

Балаларҙың хәтерендә мәңге ҡаласаҡ ошо матур байрам иҫтәлеге итеп, шыршы байрамында ҡатнашыусыларға ойоштороусылар йомшаҡ уйынсыҡтар, Зәйнәп Биишеваның “Дуҫ булайыҡ” китабын һәм татлы бүләктәр тапшырҙы.

Читайте нас: