Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
20 Декабрь 2018, 17:09

Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, былтырғы таныш бабай!

Был матур тамашала ҡатнашыусылар ролендә мәҙәниәт учреждениелары, мәктәп һәм балалар баҡсалары, Пионерҙар йорто хеҙмәткәрҙәре сығыш яһаны, улар сәхнәлә үҙ костюмдарын күрһәтте.

Артабан бөтә тылсымлы әкиәт геройҙары сағыу флешмоб ойошторҙо, был байрам карнавалын өлкәндәр ҙә, балалар ҙа һоҡланып ҡараны. Хатта уҙып барыусылар ҙа шул тиклем күп Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙарҙың күңелле музыкаға оҫта баҫып бейеүҙәрен ғәжәпләнеп күҙәтте. Һауаға бер-бер артлы төҫлө шарҙар осоролдо, әкиәт геройҙары балаларға кәнфит таратты, ҡыҫҡаһы, һәр ерҙә Яңы йыл кәйефе тантана итте.

Парадта ҡатнашыусылар ауылдың үҙәк урамы буйлап үтте. Тамашасылар улар менән бергә төп урман һылыуы һәм Ҡыш бабай резиденцияһында фотоға төштө. Бөйөк Устюг беҙҙән алыҫта булһа ла, мөғжизә тыуҙырырға кем ҡамасаулай һуң! Бары тик уға ышанырға һәм бер-береңә күберәк шатлыҡ өләшергә һәм тормоштан йәм табып йәшәргә генә кәрәк.


Читайте нас: