Был ижади бәйге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҙҙы, унда был юғары уҡыу йорто студенттары ғына түгел, республиканың музыка училищеларында белем алыусылар ҙа ҡатнашты. Һөҙөмтәлә жюри ағзалары сәнғәт институтының дүртенсе курс студенты Венер Сәйфетдиновтың сығышын юғары баһалап, уға Гран при тапшырҙы.
Был бәйге яҡташыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә оҫталыҡ мәктәбе булды. Былтыр ошондай уҡ сарала беренсе урынды алған йәш музыкант был юлы традицион музыкаль башҡарыу кафедраһының өлкән уҡытыусыһы В. Р. Йылҡыбаев етәкселегендә иң юғары оҫталыҡ үрен яулауға иреште.
Венер Ғәйнәямаҡ ауылында Ләйсән һәм Салауат Сәйфетдиновтарҙың өс балалы татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән. Алтынсы синыфты тамамлағандан һуң Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында уҡыуын дауам итә. Егеттең яҙмышы ошонда хәл ителә лә инде – ул бында ҡурай түңәрәгенә өҫтөнлөк бирә. Бер үк ваҡытта музыка мәктәбендә белем ала һәм уға Өфөгә, сәнғәт училищеһына юллама бирәләр. Артабан дипломлы музыкант алыҫ Хабаровск өлкәһендә хәрби бурысын үтәп ҡайта. Ә артабан инде үҙенсәлекле халыҡ музыка ҡоралында уйнау техникаһын камиллаштырыу маҡсатында егет сәнғәт институтына уҡырға инә.
Бөгөн Венер - ҙур тәжрибә туплап өлгөргән ҡурайсы. Өфө авиация техник университетының “Айтуған” халыҡ бейеүҙәре ансамбле составында виртуоз ҡурайсы быйыл йәй Испания һәм Португалия тамашасылары алдында сығыш яһай.Әйткәндәй, уның менән гастролдәргә ут күршеһе, айырылмаҫ бала саҡ дуҫы, талантлы йырсы һәм музыкант Дамир Ғәниев та барған.
Конкурста еңгән өсөн бүләк ителгән милли башҡорт кейеме – елән яҡташыбыҙға сәхнә сығыштарында бик килешеп тора. Венер институтта уҡыу менән бергә Башҡортостан дәүләт филармонияһында ла уңышлы эшләп йөрөй. Ул – популяр “Далан” эстрада төркөмө ҡурайсыһы, уның күңелдәргә үтеп инерлек сихри ҡурай моңо беҙҙең республика тамашасыларының ғына түгел, күрше Татарстандың, Силәбе, Һамар, Ырымбур өлкәләре, Себер яҡтары йыр-моң һөйөүселәренең дә күңеленә хуш килде.
Гөрләп торған студент тормошо һәм тығыҙ гастролдәр графигына ҡарамаҫтан, егет тыуған төйәген дә онотмай. Күптән түгел ул үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары коллективтарының “Сәскә ат, тыуған Башҡортостаным!” смотр-конкурсында ауылдаштары менән бергә сығыш яһаны. Был көндө район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Венер Сәйфетдинов ҡулындағы ҡурай яҡташтары - әлшәйҙәр өсөн айырыуса һоҡландырғыс һәм иҫ киткес моңло яңғыраны, унда гүзәл Дим буйҙарының бөтә матурлығы сағылып, шишмәләр сылтырауы, ҡоштар һайрауы, урман шаулауы ишетелгәндәй тойолдо.