Әлшәй хәбәрҙәре
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
10 Декабрь 2018, 13:33

Әлфинә Кашапова Башҡортостан данын Ҡытайҙа яҡлаясаҡ

ХV Халыҡ-ара “Матурлыҡ илсеһе” конкурсы 6 - 26 декабрҙә үтә.

Йылдағыса сара Ҡытайҙың Маньчжурия ҡалаһында ойошторола, унда Ҡытай, Монголия һәм Рәсәйҙән алтмышлап һылыуҡай ҡатнаша. Сибәркәйҙәрҙе өс аҙналыҡ әҙерлек көтә – фотосессиялар, репетициялар, рекламаға төшөү, милли костюмдар күрһәтеү, социаль акциялар. Финал шоу булараҡ Яңы йыл байрамы алдынан үткәреләсәк.



Беҙҙең Әлшәй ҡыҙы Әлфинәгә 21 йәш, ул Өфө дәүләт авиация техник университетының дүртенсе курсында белем ала. Буйы – 175 сантиметр, күрһәткестәре – 85-60-92.
Читайте нас в