Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
4 Декабрь 2018, 11:34

Фермерға ла армия мәктәбе кәрәк

Вил Гәрәй улы ла ғорурланыуын йәшермәй: уның ярҙамсыһы, уның уң ҡулы – Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһы бит!

Көҙҙөң һуңғы көндәре буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәләре өсөн тулҡынландырғыс мәл. Сөнки улар улдарын хәрби хеҙмәткә оҙата. Ә кемдәр ошондай хистәрҙе бер йыл элек кисергән, улар инде ир ҡорона инеп, армия хеҙмәтендә сынығыу алған һөйөклө улдары менән осрашыу миҙгелдәрен түҙемһеҙләнеп көтә.

Бына Зеленый Клин ауылынан Ғималетдиновтар ҙа Приморье өлкәһендә хеҙмәт иткән төпсөк улдары Илнур менән осрашыу сәғәттәрен һанай. Егет тиҙҙән юлға сығасағы тураһында хәбәр иткән дә инде. Гүзәл Шәмсетдин ҡыҙы улын ҡосағына аласаҡ бәхетле мәлдәрҙе ҡат-ҡат күҙ алдынан үткәрһә, Вил Гәрәй улы ла ғорурланыуын йәшермәй: уның ярҙамсыһы, уның уң ҡулы – Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһы бит! Ғималетдиновтарға лайыҡлы ул тәрбиәләгәндәре өсөн хәрби часть командиры шәхсән рәхмәт белдергән. Һалдаттың ата-әсәһенә ебәргән хатында ул бына нимәләр яҙа: “Илнур – әҙәпле, эшһөйәр, тәртипле егет. Бойороҡтарҙы тиҙ арала еренә еткереп үтәй, бөхтә, уҡыуҙа һәм көндәлек эштәрҙә тырышлыҡ күрһәтә. Иптәштәре уны хөрмәт итә, уға теләһә ниндәй эште лә ышанып тапшырырға була. Илнурҙы башҡа хәрби хеҙмәткәрҙәргә лә өлгө итеп ҡуйырға мөмкин. Ул – Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсыһы, намыҫлы һалдат һәм бик һәйбәт егет”.

Вил Гәрәй улы ла фермер хужалығындағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр Илнур армиянан ҡайтҡас бер аҙ еңеләйер, тип өмөтләнә. Сөнки егет кесе йәштән үк крәҫтиән хеҙмәте менән таныш, баҫыуҙа ла, фермала ла атаһының тәүге ярҙамсыһы була. Армияға киткәнсе, Аксен агросәнәғәт колледжында уҡып ауыл өсөн иң кәрәкле һөнәр – тракторсы-машинист белгеслеге ала. Шулай булғас, белеме лә, хәрби хеҙмәттә сынығыу үтеүе лә егеткә киләсәктә уңыштарға өлгәшергә ярҙам итер.


Читайте нас: