Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
27 Ноябрь 2018, 13:11

Радий Хәбиров Гөлфиә Юнысованы юбилейы менән ҡотланы

Билдәле яҡташыбыҙ Гөлфиә Юнысова 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.

Хәйер, уҙып барыусы йыл Башҡортостандың халыҡ шағиры өсөн иҫтәлекле даталарға бай булды. Уның әҙәби эшмәкәрлегенә – 50, журналистика өлкәһендә хеҙмәт һалыуына – 45 һәм ғаилә юбилейы – тормош иптәше Мираҫ Иҙелбаев менән бергә ғүмер итеүҙәренә 50 йыл тулған.

Ошондай һоҡланғыс юбилейҙары уңайынан шағирәне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡотланы. Радий Фәрит улы яҡташыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләне һәм ҡасандыр бергә эшләүҙәрен билдәләп үтте. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы үҙ сиратында республика Башлығына Башҡортостан халҡы именлеге хаҡына уңышлы хеҙмәт теләне.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы сәхнәһендә уҙған “Туҡтатмағыҙ юлдарымдан...” тип аталған әҙәби-музыкаль кисәгә талантлы шағирәнең коллегалары, дуҫтары һәм уның ижадын хөрмәт итеүселәр йыйылды. Гөлфиә Юнысованы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы депутаттары Эльвира Айытҡолова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне.

Юбилей кисәһендә башҡорт теле уҡытыусылары һәм үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ингән Әлшәй делегацияһы ҡатнашыуы ла сараға йәм өҫтәне. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын яҡташтары исеменән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов сәләмләне һәм юбилярға йәмле Дим буйының ҡабатланмаҫ матурлығын сағылдырған аҫалы балаҫ бүләк итте. Ҡыпсаҡ-Асҡар, Себенле, Һарыш ауылдарынан үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары башҡарыуындағы лирик “Әлшәй вальсы” ла тамашасылар күңеленә хуш килде.

Сәхнәнән Гөлфиә Юнысованың шиғырҙары һәм йырҙары яңғыраны. Билдәле артистар араһында яҡташтарыбыҙ Светлана Хәкимова һәм уның улы, музыкант Рәмис Хәкимов һәм Минзәлә Хәйруллина ла бар ине. Был көндө шулай уҡ шағирәнең юбилейы айҡанлы донъя күргән «Туҡтатмағыҙ юлдарымдан» исемле 35-се өр - яңы китабын презентациялау ҙа булды, йыйынтыҡҡа авторҙың төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан алынған һәм һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, йырҙары тупланған.

- Киләсәктә лә бик күп эшләргә һәм ижад итергә ниәтләйем, - тип пландары менән уртаҡлашты тәүге шиғырҙары беҙҙең район гәзите биттәрендә донъя күргән данлыҡлы яҡташыбыҙ Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Юнысова.


Радий Хәбиров Гөлфиә Юнысованың башҡорт әҙәбиәтенә индергән өлөшөн юғары баһаланы.


Читайте нас: