Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
20 Ноябрь 2018, 11:13

“Дим моңдары”

Әлшәй ерендә ижад иткән ҡәләм оҫталарының күптән түгел донъя күргән шиғри йыйынтығы шулай тип атала.

Был йыйынтыҡҡа районыбыҙҙың егерме ике авторының башҡорт, татар һәм рус телдәрендәге шиғырҙары тупланған. Әҫәрҙәрҙең темаһы һәм жанры төрлө булһа ла, уларҙың бөтәһен дә тыуған яҡҡа һөйөү тойғоһо берләштерә.

- Бөгөн урындағы шағирҙарҙың әҫәрҙәре баҫылған китаптарҙы табыуы ҡыйын, шул уҡ ваҡытта был йыйынтыҡ асылда шиғриәт өлкәһендә хәлдәрҙе баһалау мөмкинлеге бирә. Шуныһы ҡыуаныслы, шиғырҙарҙың йөкмәткеһе, темаларҙың һәм һүрәтләү сараларының төрлөлөгөнә ҡарап, Әлшәйҙә шиғри һүҙҙең баһаһы, уның көсө ҙур булыуы тураһында һөҙөмтә яһарға була, - ти йыйынтыҡтың мөхәррире Илфаҡ Фаризов.

Әлшәй авторҙарының мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, намыҫ һәм илһөйәрлек, тоғролоҡ һәм мөхәббәт тураһында әҫәрҙәре йөкмәткеһе буйынса ла беҙгә яҡын һәм аңлайышлы. Юҡҡа ғына был һоҡланғыс әҫәрҙәрҙең күбеһе билдәле композиторҙар йырҙарында яңы һулыш алмай бит. Әйткәндәй, был китап республиканың 100 йыллығы алдынан донъя күргән тәүге шиғри йыйынтыҡ булараҡ район мәҙәниәтенең аҫыл фондына инәсәк.


Читайте нас: