– Улым, һин етем ҡалған сабыйҙар хаҡындағы тапшырыуҙы ҡараныңмы? Телевизорҙан тим, кисә күрһәттеләр ҙәбаһа. Эй, шулай тип уйлағайным да, экранға текәлеп ултырырға ваҡытың бармы ни һинең?!
Сәлиә инәй тел төбөндәге фекерен уратып-суратып тормай сәй табынында ла дауам итте.
– Дамир улым, шул сабыйҙы, әйҙә, үҙебеҙгә алайыҡ. Йәл бит, ниндәй һөйкөмлө бала, әсәй-атайһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк был донъяла? Һөнәрҙәрең күп – барыһына өйрәтерһең, үҫкәс, үҙеңә ярҙамсы булыр. Гөлфиә килен ҡаршы килеп тормаҫ әле. Дилә ҡыҙығыҙ буй еткергән, Мәскәүҙән кире Балғажыға ҡайтып йәшәр тиһеңме… – тип өгөтләне лә өгөтләне 85 йәшлек әсәһе улын.
Шулай итеп, бынан алты йыл элек Хажиевтар ғаиләһе ун йәшлек рус малайын уллыҡҡа ала. Тәүге көндәрҙән үк йылы мөнәсәбәт урынлаштырыла, Павел тиҙҙән яңы туған-ырыуына өйрәнеп, ылығып китә. Бер аҙҙан улдарының бер үҙенә күңелһеҙ икәнен тойоп, ирле-ҡатынлы Хажиевтар йәнә тәрбиәгә Александрҙы алырға баҙнат итәләр. Рус балалары, дуҫлашып, вата-емерә башҡортса һөйләшергә өйрәнә, йорт эсе күңелле бала-саға тауышына күмелә.
Дамир Тимерхан улы – бөгөн Балғажыла берҙән-бер фермер. Ул, “Правда” колхозы тарҡатылғас, умартасылыҡ менән шөғөлләнеүгә тотона. Аксен техникумын тамамлап, ветеринар һөнәрен үҙләштергән. Әле лә белемен камиллаштырыу өҫтөндә – Балашиха аграр университетында ситтән тороп ландшафт дизайнерына уҡый. “Олатайым да, атайым да ғүмер баҡый умартасылыҡ менән шөғөлләнгәс, был эш күңелгә яҡын. 2000 йылда 25 умартанан башлағайным, аҙаҡ йөҙгә еткерҙем. Хәҙер инде 160 баш умартабыҙ бар”, – ти фермер.
200 гектар ерҙе ҡуртымға алып, ошо майҙанда бесән, фураж әҙерләй. Ун йыл буйы 150–250 ҡаҙ аҫрап, яҡшы табыш алырға өйрәнәләр. Дим буйында йәшәп, нисек ҡош-ҡорт тотмайһың инде, ти йорт хужалары. Ә клиенттарға ҡытлыҡ юҡ, балын да, ҡаҙын да әллә ҡайҙарҙан килеп, алып китеп кенә торалар.
Ҡаҙҙан килгән табышты ниндәй файҙалы эшкә йүнәлтергә, тип оҙаҡ ҡына баш ватҡандан һуң, яҡшы тоҡомло һарыҡ һатып алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, үҙҙәренең 25 һарығы эргәһенә тағы 40 баш өҫтәлә, эш һәм мәшәҡәт арта. Һәр береһе ярты йылда 18 кг ит биргән малҡайҙарҙы үрсетеп, 330 башҡа еткерәләр.
“Һарыҡ үрсетеү – яҡшы шөғөл, ә ниңә һыйыр малы аҫрауға тотонмайһың?” – тип сәмгә тейеүселәр ҙә табыла. Күптән ошо хаҡта уйланып йөрөгән Дамирға был етә ҡала. Һарыҡ һатҡан аҡсаға мал тотоу өсөн бина алалар, йылҡы һанын ишәйтәләр. “Күңел ҡурҡа, ҡул эшләй”, тигәндәй, был бурысты ла уңышлы атҡарып сығалар. Ә былтыр бизнес-план эшләп, конкурста ҡатнашып, 1,5 миллион һумлыҡ грант алыуға өлгәшә Хажиевтар.
Магазин асыу идеяһы ла фермерға тынғылыҡ бирмәй. Ниңә үҙ хужалығында етештерелгән продукцияны сауҙаға сығармаҫҡа? Гөлфиәнең егәрлелеге менән тау-таш аҡтарырға була бит, майын да, сырын да, ҡоротон да еренә еткереп әҙерләү оҫталығы бар… Хәҙер инде сифатлы, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек һатылған магазиндан халыҡ өҙөлмәй.
– Быйыл йәй ауылдаштарыма рәхмәт йөҙөнән һабантуй ойошторорға ярҙам иттем, – ти Балғажының берҙән-бер фермеры. – Ат сабыштырып, еңеүселәргә тәкәләр тапшырып, мул табын әҙерләп, ауылға ситтән ҡайтҡан ҡунаҡтарҙың да күңелен күрҙек. Халыҡ бик ҡәнәғәт ҡалды, үҙем дә сараның ойошҡан үтеүенән кинәнес кисерҙем.
Хажиевтарҙың ғаиләһенә лә торғонлоҡ хас түгел, оло хужалыҡ мәшәҡәттәре менән бер рәттән, уның ағзалары ла арта төшкән.
– Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда райондың опека бүлегенән Зилә ханым шылтырата: “Бик яҡшы ике малай бар беҙҙә, бигерәк йәл үҙҙәре. Әсәләре ҡаты сирҙән вафат булған. Тәрбиәгә алмаҫһығыҙмы?” Аптырашта ҡалдыҡ. Беҙҙең оҙаҡ уйланғанды көтмәне, йәнә шылтыратты.
“Яҙмыштыр инде”, – тинек тә Павел һәм Александр менән кәңәшләшергә булдыҡ. “Әгәр ҙә беҙ уларҙы үҙебеҙҙең ғаиләгә алмаһаҡ, балалар йортона оҙатасаҡтар”, – тинек. Малайҙар беҙҙең кеүек оҙаҡ уйлап баш ватып торманы: “Күңелле буласаҡ! Ҡалай яҡшы”, – тип шатланыштылар ғына. Данил менән Тимофейҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан көндә үк улдарыбыҙ үҙҙәренең ҡәҙерләп тотонған планшеттарына тиклем уларға бирҙе, уйындары һәм шөғөлдәре менән әүрәтте. Данилдың иртән йоҡонан тороп, “һеҙҙә ҡалырға яраймы?” тип һорауы менән өҫтөбөҙгә ниндәй ҙур яуаплылыҡ аласағыбыҙҙы аңланым, – тип һөйләй Гөлфиә. – Хоҙай Тәғәлә ярҙам иткәндер, документтар әҙерләү бик тиҙ башҡарылды.
– Иң мөһиме, улдарыбыҙ хеҙмәттә сынығып, һөнәрле булып үҫәсәк. Хәҙерге заманда оло тормошҡа һөнәр, һәләт багажы менән аяҡ баҫыу кәрәк, – ти Дамир Тимерхан улы. – Һәр береһе умарта тәрбиәләй, ҡош-ҡорт ҡарай белә. Ихаталағы әкиәт геройҙары, йыл символдары һындарын күрҙегеҙме? Аҡҡош, крокодил, эт, ат… Уларҙың барыһын да төрлө ябай материалдарҙан улдарыбыҙ үҙ ҡулдары менән яһаны. Көн дә турникта 20 тапҡыр күтәрелеү, ҡулға таянып 40 тапҡыр кәүҙәне күтәреү беҙҙең өсөн бер ни тормай. Гөлфиә эргәһендә бөтөрөлөп йөрөп аш-һыу әҙерләүсеһе лә, балыҡ таҙартыусыһы ла табыла. Ниһайәт, күршелә генә йәшәгән 91 йәшлек әсәйемдең теләге ҡабул булды.