Армияла хеҙмәт итеүсе улдарының телефон аша көр һәм шат тауышын ишетеү, уның хәлдәре яҡшы булыуын белеү - ата-әсә өсөн бынан да ҙур шатлыҡ юҡтыр, моғайын. Ә часть командирынан рәхмәт белдереп килгән хат юлдарын уҡыу нисек күңелле! Ниғмәтулла ауылынан Алина Ғәлиуллина һәм Руслан Кәбиров та улдары хеҙмәт иткән Приморье крайының Уссурийск ҡалаһынан рәхмәт хаты алып сикһеҙ ҡыуанған.
“Илнар – тәртипле, эшһөйәр һәм яуаплы һалдат. Хеҙмәт итеү осоронда ул бер тапҡыр ҙа хәрби дисциплинаны боҙманы, хәрби бурыстарын теүәл һәм тиҙ үтәй, уҡыуҙа ла тырышлыҡ күрһәтә, - тип яҙа часть командиры. Ул улдарына яҡшы тәрбиә биргән өсөн ата-әсәгә рәхмәт әйтеп, Илнар артабан да Рәсәй армияһының хәрби традицияларын лайыҡлы дауам итер тигән ышаныс белдергән.
Тырыш һалдатҡа хеҙмәтен тутырғандан һуң часта ҡалырға тәҡдим итәләр. Әммә ауыл егетен тыуған яғының гүзәл тәбиғәте үҙенә тарта, крәҫтиән хеҙмәте лә уның күңеленә хуш килә. Илнар ауыл хужалығы техникаһын бик яҡшы белә. Кескәй саҡтан уҡ уны үгәй атаһы үҙе менән баҫыуға йөрөтөп, механизатор хеҙмәте серҙәренә өйрәткән. Армияға тиклем Илнар фермер хужалығында механизатор булып эшләргә лә өлгөргән. Стәрлетамаҡ индустриаль-сәнәғәт колледжында нефть химияһы производствоһы аппаратсы-операторы белгеслеге алһа ла, егет яҙмышын тыуған яғы менән бәйләргә уйлай.
Ата-әсәһе, һеңлеһе Розалина ла уны йылы һүҙҙәр менән дәртләндереп тора. Уның өсөн борсолалар, бер үк ваҡытта уңыштарына ысын күңелдән һөйөнәләр. Һәм, әлбиттә, Илнарҙың тиҙҙән, декабрь башында, армиянан ҡайтыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәләр.