Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
8 Ноябрь 2018, 12:54

Әлшәй аграрсылары иң яҡшылар иҫәбендә

Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта әлшәйҙәрҙе лә тәбрикләнеләр.

Ауыл хужалығы производствоһында юғары ҡаҙаныштары өсөн “Заря” йәмғиәте (директоры Н. М. Әминев) Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнде.

Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса иң яҡшы предприятие булараҡ танылған “Раевсахар” йәмғиәте лә (генераль директоры С. Р. Байғужин) республика Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.

“Раевка” һөтсөлөк фермаһы мөдире Нурмөхәммәтов Флүр Тәлғәт улы һәм “Раевсахар” йәмғиәтенең сөгөлдөр эшкәртеү цехы етәксеһе Фәтхетдинов Айрат Тажелислам улы “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнде.

“Колос” агрофирмаһы” йәмғиәте тракторсы-машинисы Ғималетдинов Исраил Ильяс улына Башҡортстан Республикаһы Почет грамотаһы тапшырылды.

“Раевсахар” йәмғиәте генераль директоры Байғужин Сергей Рәйес улына һәм “Раевка элеваторы” йәмғиәтенең элеватор етәксеһе Әхмәтйәнова Фәрзәнә Саян ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһы аҙыҡ-түлек индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.

“Рассвет” йәмғиәтенең сусҡасылыҡ комплексы технологы Моратов Динар Дамир улы “Һөнәре буйынса иң яҡшы” номинацияһында республика Хөкүмәте дипломына лайыҡ булды.