Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
1 Ноябрь 2018, 14:38

Халыҡ ижады ынйылары юғалмаҫ

Өфөлә II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале уҙҙы.

Боронғо легендалар һәм риүәйәттәр, ҡобайырҙар, әйтештәр, эпостар, өзләү, ҡумыҙ, думбыра тауыштары... Ике көнлөк форум был ауыҙ-тел ижады ынйыларын һаҡлаусыларҙы йәнә бер сәхнәгә йыйҙы.

Фестивалдә Мари Иленән, Дағстан, Саха (Яҡут), Коми республикаларынан, Ханты-Мансы автономиялы округы һәм, әлбиттә, Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан сәсәндәр ҡатнашты. Улар халыҡтарҙың быуындан-быуынға күсеп килгән рухи мәҙәни мираҫы өлгөләрен сәхнәгә сығарҙы.

Әлшәй районы данын сарала Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылынан Минзилә Муллағолова яҡланы. Ул “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосынан өҙөк һәм Ай ҡыҙы Зөһрә тураһында һағышлы хикәйәт һөйләп, “Башҡортостан” гәзитенең махсус призына лайыҡ булды. Ә II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестиваленең төп бүләге Учалынан Мәүлетбай Ямалетдиновҡа бирелде.

Ҙур күләмле мәҙәни ваҡиға сиктәрендә шулай уҡ билдәле мәғрифәтсенең тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған “Мөхәмәтша Буранғолов – сәсән, драматург, йәмәғәт эшмәкәре” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үткәрелде.

Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивале Өфөлә икенсе тапҡыр ЮНЕСКО башланғысы менән “Рәсәй мәҙәниәте” һәм “Милләттәр берҙәмлеген нығытыу һәм Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше” федераль маҡсатлы программалары сиктәрендә һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына уҙа.

Читайте нас: