Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
18 Сентябрь 2018, 12:58

Рәшит Шәкүр – Өфөнөң почетлы гражданины

Яҡташыбыҙ Рәшит Шәкүргә юғары исем бирелде .

Яҡташыбыҙ, билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы, публицист, ғалим-энциклопедист, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, республиканың дәүләт гимны һүҙҙәре авторҙашы Рәшит Шәкүргә юғары исем биреүҙе Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Йәләлов тәҡдим итте.
Рәшит Закир улы башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн Салауат Юлаев орденына һәм башҡа бик күп бүләктәргә лайыҡ булды. Уларға Өфө ҡала Советы депутаттары ҡарары буйынса тағы ла бер награда– ҡаланың почетлы гражданины тигән маҡтаулы исем өҫтәлде.
Читайте нас: