Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
14 Август 2018, 12:13

Улығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ!

Ошондай рәхмәт һүҙҙәре яҙылған хат алды Ҡармыш ауылында йәшәүсе Зөлфиә Хәлил ҡыҙы һәм Азамат Миңлейәр улы Ғәлимовтар.

Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Өлкән ҡыҙҙары Эльвина, аграр университетты тамамлап, эшләп йөрөй, төпсөктәре Айгиз Өфө ҡалаһында йылғасылыҡ училищеһында белем ала, ә уртансы улдары Айҙар армияла хеҙмәт итә. Уның командирҙары ебәргән Рәхмәт хатында Айҙарҙың хәрби белгеслекте уңышлы үҙләштереүе тураһында хәбәр ителә. Ул оҫталығын камиллаштырыуҙы дауам итә, хәрби әҙерлек нормативтарын үтәүҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, спорт менән әүҙем шөғөлләнә. Эшһөйәрлеге, тыйнаҡлығы һәм намыҫлы булғаны өсөн командирҙары һәм хеҙмәттәштәре уны ихтирам итә.

“Хәрби хеҙмәткәрҙең төп бурыстарын үтәүҙән тыш, Айҙар частың мәҙәни һәм спорт тормошонда ла даими ҡатнаша, бының өсөн һәләтле яугир командование тарафынан бер нисә тапҡыр дәртләндерелде”, - тип яҙа часть командиры. Быға ғәжәпләнергә лә түгел, сөнки билдәле йырсы Айҙар Ғәлимовтың аҙашы булған егет кесе йәштән үк мәктәптең үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә шөғөлләнгән.

- Улар синыфтары менән әүҙем булдылар. Спорт сараларында призлы урындар яуланылар, ҡурайҙа ла уйнанылар, бейенеләр ҙә. Бер генә байрам да уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәне. Өйҙә лә, башҡа ауыл малайҙары кеүек, хужалыҡ эштәрендә ярҙамлашты, бәләкәйҙән эшһөйәр егет булып үҫте, - ти улы тураһында Зөлфиә Хәлил ҡыҙы. Мәктәптән һуң Айҙар Өфөләге яғыулыҡ-энергетика колледжын уңышлы тамамлаған. Армияға повестка алғансы, бер аҙ бульдозерсы булып эшләргә лә өлгөргән. Бөгөн ул Киров өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Һалдаттың ата-әсәһенә килгән рәхмәт хатында әйтелгәнсә, Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсыһы булған Айҙар Ғәлимов менән беҙ, яҡташтары ла хаҡлы рәүештә ғорурлана алабыҙ.