Күптән түгел район үҙәгендә йәшәүсе Рәхимә Зәйнуллина ла шундай ҡыуаныслы минуттарҙы кисерҙе. Йәмле йәй көндәренең береһендә почтальон уға Забайкалье крайының Чита өлкәһенән улы Игорь хеҙмәт иткән часть командирынан рәхмәт хаты тапшыра.
“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Рәхимә Дәүләт ҡыҙы. Улығыҙ, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәре рядовойы Игорь Зәйнуллинға яҡшы тәрбиә биргәнегеҙ өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерәм. Хеҙмәт итеү осоронда ул үҙен тырыш һәм өлгөлө һалдат итеп күрһәтте. Командирҙары биргән бойороҡтарҙы ваҡытында һәм аныҡ үтәй, хәрби һөнәрен ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнә, техник һәм махсус әҙерлек буйынса төплө белемгә эйә. Игорь хеҙмәттәштәре менән дә яҡшы мөнәсәбәттә, уларға һәр яҡлап өлгө булып тора. Уға һәр ваҡыт таянып эш итергә була.
Рәхимә Дәүләт ҡыҙы, лайыҡлы ул һәм бөйөк илебеҙ - Рәсәйҙең ҡыйыу һаҡсыһын үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә”.
Улы исеменә бындай маҡтау һүҙҙәрен уҡыған әсә йөрәге нисек тулҡынланмаһын инде! Рәхимә Дәүләт ҡыҙының да күҙҙәрендә шатлыҡ йәштәре күренде. Игорь бала саҡтан уҡ әсәһенә һәм һеңлеһе Александраға ныҡлы терәк була. Изге күңелле, эшһөйәр, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булған улы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әсә Раевка 2-се урта мәктәбе уҡытыусыларынан да, Игорь унда 9-сы синыфты тамамлай, унан һуң Өфө статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжындағы уҡытыусыларынан да ишетә, егет унда программистҡа уҡый. Улы армияла ла әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй.
-Улдары армияла хеҙмәт иткән бөтә әсәләргә балаларының һау- сәләмәт һәм ысын ир-егет ҡорона инеп ҡайтыуҙарын теләйем.
Беҙ ҙә Игорь Зәйнуллин хеҙмәтен тултырып, тыуған яғына иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.