Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби әҙерлек отличнигы

Бөгөн Илназ Шәйхетдинов тыуған яғынан бик алыҫта.

Юҡ, ул ситкә бәхет эҙләп сығып китмәгән, оҙон аҡса артынан да түгел. Егеткә бары тик хәрби бурысын алыҫ Хабаровск өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә үтәргә тура килә. Араларҙың алыҫлығы ҡурҡытмай, сөнки яҡындары менән һөйләшергә телефон бар, өҫтәүенә часта Башҡортостандан яҡташтары ла бихисап. Бигерәк тә Сәпәш егете яҡын дуҫына әйләнгән. Илназ яҡшы хеҙмәт итә, хәрби әҙерлектә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне, уҡыуҙа алдынғылар сафында булғаны өсөн һалдаттың ата-әсәһенә часть командованиеһынан рәхмәт хаты ла килгән инде.

Ә армияға тиклем тыуған Ҡармыш мәктәбен тамамлап, Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлегендә ир-егеттәр өсөн кәрәкле шофер һәм сваркалаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә, һәр ваҡыт спортҡа өҫтөнлөк бирә. Ғаиләлә берҙән-бер бала булһа ла, ул иркә булып үҫмәй, киреһенсә, һәр ваҡыт ярҙам итергә тырыша, бер эштән дә ҡурҡып тормай. Ғаилә заманса иркен йорт һалып ингән, бында улдарының да өлөшө ҙур икән, уның төҙөлөштә әүҙем ҡатнашыуы тураһында әсәһе Гөлиә Рафаил ҡыҙы һәм Инсаф Инҡилап улы ғорурлыҡ менән һөйләй.

Илназ ата-әсәһенә йыш шылтырата, һалдат тормошо тураһында бәйән итә, киләсәккә пландары менән уртаҡлаша. Ә өлгөлө һалдатҡа армияла ҡалырға тәҡдим итәләр, шулай уҡ уҡыуын дауам итергә лә теләге ҙур. Хеҙмәте тамамланыуға дүрт айҙан күберәк ваҡыт бар әле. Тырыш, маҡсатына ынтылыусы егеттең уй-хыялдары тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Читайте нас: