Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәрби техниканы яҡшы белә

Артур Мәскәүҙәге Еңеү парадына ҡорал һәм хәрби техниканы әҙерләүҙә ҡатнашҡан.

Күптән түгел беҙ бөйөк Еңеү көнөндә Ҡыҙыл майҙан эргәһенән хәрби парадта үткән һалдаттар һәм офицерҙар араһында Әбдрәшит ауылы егете Илдус Ғәләүетдинов та булыуы тураһында яҙғайныҡ. Баҡһаң, был ҙур тантанаға тағы ла бер яугир-яҡташыбыҙ Артур Романов та үҙ өлөшөн индергән икән.

Артур Мәскәүҙәге Еңеү парадына ҡорал һәм хәрби техниканы әҙерләүҙә ҡатнашҡан. Бының өсөн ул Ҡоро ер ғәскәрҙәре баш командующийы генерал-полковник Олег Салюковтан рәхмәт хаты ла алған.

Ҡайраҡлы егете Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында инженерлыҡ ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә һәм автомобилдәрҙе яҡшы белә. Тап шуға ла уны илебеҙҙең баш ҡалаһына техниканы маршҡа әҙерләргә командировкаға ебәргәндәрҙер ҙә. Армияға тиклем Артур Бәләбәй механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжын тамамлай. Мәктәптә лә, колледжда ла алдынғылар иҫәбендә була, спорт секцияларына йөрөй, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Һалдаттың әсәһе Лилиә Йәҙехан ҡыҙы улының саңғы ярыштарында, еңел атлетикалағы уңыштары өсөн алған грамоталарын ҡәҙерләп һаҡлай. Ул үҙе күрше Миәкә районында тыуып-үҫкән, буласаҡ тормош иптәше менән Өфөлә таныша, өйләнешеп, уның тыуған ауылы Ҡайраҡлыла төпләнәләр, ике ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙер ейәндәрен тәрбиәләшергә ярҙам итәләр. Лилиә Йәҙехан ҡыҙы ун йылдан артыҡ хат ташыусы булып эшләй, ғаилә башлығы Геракл Сидорович ауыл старостаһы вазифаһын башҡара. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар, был эштәрҙә балалары, әлбиттә, уларҙың тәүге ярҙамсылары. Ошо көндәрҙә Романовтар Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсыһы – һөйөклө улдары һәм ағайҙары Артурҙың тыуған йортона иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә.


Читайте нас: