Күптәребеҙ, айырыуса көслө зат вәкилдәре, бөйөк байрам – Еңеү көнөндә барлыҡ эштәрен ҡалдырып илебеҙҙең ҡеүәтен, бөтә донъяға күрһәткән хәрби парадты ҡарарға тырыша. Һалдаттар һәм офицерҙар тигеҙ сафтарҙа Ҡыҙыл майҙан буйлап үткәндә күнелдәребеҙҙе армиябыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе биләй.
Ә тантанала ҡатнашыусылар үҙҙәре ниндәй тойғолар кисерә икән? Быны яҡташыбыҙ, әле армия хеҙмәтен үтеүсе һалдат Илдус Ғәләүетдинов яҡшы белә. Уға, ябай ауыл егетенә, Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған хәрби парадта боронғо Кремль стеналары эргәһенән марш менән үтеү бәхете тигән. Был шатлыҡлы минуттар, әлбиттә, уның хәтерендә мәңгелеккә ҡаласаҡ.
Илдус былтыр йәй Стәрлетамаҡ физик культура, идара һәм сервис колледжын тамамлап, хоҡуҡ белгесе дипломын ала һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Гер спорты менән мауыҡҡан мыҡты кәүҙәле егет тимер юл ғәскәрҙәренә эләгә. Санкт-Петербургта махсус курстар үткән, Ярославлдә һәм Мәскәүҙә хеҙмәт итеү, илебеҙҙең хәрби парадында ҡатнашыу... Һәр ерҙә яҡташыбыҙ үҙен өлгөлө яугир итеп күрһәткән, намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр хәрби часть командованиеһы тарафынан дәртләндерелгән. Ә һалдаттың ата-әсәһенә улдарына лайыҡлы тәрбиә биргәндәре өсөн Рәхмәт хаты килгән.
Альмира һәм Салауат Ғәләүетдиновтарың эшһөйәр ғаиләһе Әбдрәшит ауылында ғына түгел, районыбыҙҙа ла яҡшы билдәле. Икеһе лә намыҫлы хеҙмәттәре менән ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған. Альмира Минеүәр ҡыҙы - “Заря” ауыл хужалығы предприятиеһының биш меңле үрҙе яулаған алдынғы һауынсыһы. Бөгөн дә ул районда ал бирмәй. Салауат Сәләхәтдин улы ла оҙаҡ йылдар малсылыҡта хеҙмәт һала. Ихата тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Балаларын да үҙҙәре кеүек эшһөйәр итеп тәрбиәләгәндәр. Өлкән улдары Илгиз Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан да инде. Илдус та ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандыра. Ҡыҙҙары Альбина Стәрлетамаҡта колледжда уҡый. Икенсе синыфты тамамлаған кинйәләре Илнур бөгөн ағаһының армиянан ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ә Илдус әле еңел булмаған һалдат хеҙмәтен Архангель өлкәһендә дауам итә. Өлгөлө яугиргә тыуған ауылына, донъялағы иң яҡын кешеләре - берҙәм һәм татыу ғаиләһе көткән атай йортона ҡайтырға ла күп ҡалманы.