Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тынмаһын моңло гармун!

Ә бөтә ғаилә бергә йыйылғанда, Шакир ағай ҡулына гармунын ала, һандуғастар һайратҡан моңло дуҫына ҡушылып рәхәтләнеп, күңеле булғансы йырҙар һуҙа.

Себенле ауылында оҫта гармунсы Шакир Зариповты белмәгән кеше юҡтыр. Тилбер бармаҡтары менән көмөш телдәргә баҫып гармунын уйнап ебәрһә, күңелгә моң тула, донъялар йәмләнеп киткәндәй була.

Бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән Шакир ағай бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал, ярҙамсыл булып үҫә. Дәртләнеп, сәмләнеп гармун тартырға ла өйрәнә. Ауылдағы бер генә байрам сараһы, бер генә концерт та унһыҙ үтмәй. Ул замандарҙа шаулап-гөрләп уҙған “Ҡыҙҙар тауы” байрамында ла гармун уйнап моңло йырҙар һуҙған, йәштәрҙе бейеткән, ҡайнар йөрәктәргә дәрт өҫтәгән.

Шакир Мөхәмәтғәли улы хаҡлы ялға сыҡҡансы “Мир” колхозында шофер булып эшләй. Ваҡыты ни тиклем генә тығыҙ булмаһын, ғүмере буйы йыр-моңдан айырылманы ул. Өҙҙөрөп гармунда ла уйнай, моңло тауышы менән халыҡ йырҙарын да бик оҫта башҡара Шакир ағай. “Уйна, гармун!” район конкурстарында ҡатнашып, матур сығыштары менән һоҡландыра, быйыл бына “Дим моңо” төбәк фестивалендә халыҡ йырҙары “Сәлимәкәй” һәм “Сибай”ҙы башҡарып, тамашасыларҙы әсир итте. 75 йәшлек ир-уҙаманға был бәйгелә беренсе урын бирелде һәм “Ирәндек моңдары” төбәк-ара конкурсына саҡырыу алды.

Һөйөклө тормош юлдашы Рәйлә апай менән улар 45 йыл бергә ғүмер кисерә, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер ейәндәрен ҡарашалар. Ә бөтә ғаилә бергә йыйылғанда, Шакир ағай ҡулына гармунын ала, ҡайғыһын да, шатлығын да уртаҡлашҡан, һандуғастар һайратҡан моңло дуҫына ҡушылып рәхәтләнеп, күңеле булғансы йырҙар һуҙа. Әйҙә, яңғыраһын, бик оҙаҡ тынмаһын әле был ҡотло йортта тылсымлы көй-моңдар!

Читайте нас: