Әлшәй хәбәрҙәре
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Даими күнекмәләр уңыш килтерә

Элек ауыр атлетика менән шөғөлләнгән 24 йәшлек Раевка егете Игорь Репш хәҙер түшәтмәлә түгел, ә көрәш келәмендә хәрби самбо буйынса наградалар яулай.

Раевка ауыр атлетика мәктәбенең титуллы штангасыларының береһе бала саҡтан спорт менән мауыға. Хоккей уйнай, бокс, ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Ҡаҡса ғына 14 йәшлек малай сәғәттәр буйына күнекмәләр залынан сыҡмай, тренерҙары Рифат Миңлейәров һәм Раил Исламоратов етәкселегендә сираттағы ауырлыҡ категорияларын яулай һәм көндән-көн оҫталығын арттыра. Шәхси рекордтары уға яңынан-яңы үрҙәр яуларға ярҙам итә.

Бындай ныҡышмалылыҡ атлетҡа Рәсәйҙең спорт мастеры исемен алыу, Башҡортостан һәм Волга буйы федераль округы беренселегендә, Рәсәй йәштәре спартакиадаһында еңеп сығыу мөмкинлеге бирә. Әгәр Игорь тәүге тапҡыр 56 килограмм ауырлыҡ категорияһында еңеү яулаһа, һуңыраҡ супер ауырлыҡта ярышта ҡатнашып, ырғым ысулы менән 155 килограмлы һәм этәреп 185 килограмлы штанганы күтәреүгә өлгәшә.

Аграр университетҡа уҡырға ингәс, егет хәрби самбо һәм ҡатнаш һуғышсан спорт төрҙәре менән етди мауыға бшлай. Быйылғы яҙ көрәшсе өсөн айырыуса уңышлы булған – ул Санкт-Петербургта ҡағиҙәләрһеҙ алыш буйынса асыҡ турнирҙа еңеүгә ирешкән. Ә күптән түгел Өфөлә хәрби самбо буйынса республика беренселеге һәм Кубогы абсолют еңеүсеһе булған.

Тиҙҙән Игорь Новосибирскиҙа хәрби самбо буйынса Рәсәй Кубогына ярыштарҙа Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ. Был бәйгелә лә яҡташыбыҙ һынатмаһын, уға уңыштар ғына теләйбеҙ

Читайте нас: