Әсәһе Гүзәл Наил ҡыҙы һәм атаһы Марат Вилдан улы ла Азаттың хәрби бурысын намыҫ менән үтәйәсәген, уларҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәйәсәген яҡшы белә. Өлгөлө тәртибе, командование тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы үтәгәндә инициатива һәм тырышлыҡ күрһәткәне өсөн часть командирының кесе сержант Насировты грамота менән бүләкләүе быға асыҡ дәлил.
Хәрби хеҙмәткә тиклем хоккей менән мауыҡҡан Азат (ул “Дим” үҫмерҙәр командаһы составында уйнай) Өфө статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжының хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу факультетын тамамлап, юрист белгеслеге алған. Әлеге ваҡытта егет Ленинград өлкәһендә махсус тәғәйенләнештәге төп разведка идаралығының айырым радиотехника бригадаһында хеҙмәт итә. Армиянан ҡайтҡас, юғары юридик белем алыу тураһында хыяллана.
Әйткәндәй, өлгөлө һалдат июнь аҙағында туғандары менән осрашасаҡ. Әсәһе - Раевка почтамтының пенсиялар һәм пособиелар килтереү буйынса участка етәксеһе булып эшләгән Гүзәл Наил ҡыҙы улының ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Атаһы, отставкалағы полиция майоры, элек – көрәш буйынса Башҡортостан чемпионы Марат Вилдан улы ла ҙур ғорурлыҡ менән улының ҡулын ҡыҫасаҡ. Раевка гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы, һеңлеһе Азалия ла ағаһын ҡыуанып ҡаршылаясаҡ. Өләсәйҙәре Сания Нурмөхәмәт ҡыҙы һәм Рима Яхъя ҡыҙы, олатаһы Наил Шәйхи улы ла изге теләктәр теләп, һалдаттың иҫән-һау хеҙмәтен тултырып ҡайтыуын көтә.
- Шул тиклем һағындыҡ, фотоларын көн дә тиерлек ҡарайбыҙ, телефон аша ла йыш һөйләшеп торабыҙ, - ти Гүзәл Наил ҡыҙы.
Бар тәбиғәт йәшеллеккә төрөнгән сәскәле йәй еткәс, егет, һис шикһеҙ Ватан алдындағы антын аҡлап, иҫән-имен атай йортона әйләнеп ҡайтыр.