20 йәшлек Әлфинә Кашапованың водитель таныҡлығы ла бар, әммә руль артында тыуған Әлшәй районы буйлап ҡына йөрөгән. Әлфинә Өфө юлдарында ла юғалып ҡалмаҫ тип ышанабыҙ, сөнки «Лада Гранта» – ул ысынлап та халыҡ автомобиле.
«Һылыуҡай-2018» республика башҡорт гүзәлдәре телевизион бәйгеһе март айында милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һәм йолаларҙы, башҡорт ҡыҙҙарының матурлығын һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, ижади һәләттәрен асыу, йәштәрҙе төрлө ижади эшмәкәрлек төрҙәренә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарылды. Быйыл конкурс Ғаилә йылына һәм 2020 йылдағы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналды. Төп таж өсөн Өфөнән, Мәскәүҙән, Әлшәй, Ауырғазы, Балаҡатай, Бишбүләк, Бөрйән, Ейәнсура, Ҡыйғы, Көйөргәҙе райондарынан 12 финалист көрәште. Тәүгә Гран-при яулаусы бүләккә автомобиль алды.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һәм «Bashkirian Beauty» студияһы менән берлектә Республика халыҡ ижады үҙәге.