Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
5 Апрель 2018, 12:24

Туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында

Эльза Шевяхова “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе булды.

Эльза Шевяхова “Рус теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” республика конкурсы еңеүсеһе булды.

Эльза Шамил ҡыҙы Раевка 4-се мәктәбендә 29 йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡыта. Ул - эшенә бөтә күңелен биргән талантлы педагог.

Һөнәри оҫталығы, ижади һәләте һәм эшһөйәрлеге уҡытыусыға яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинлеге бирә, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында юғары балдар һәм уҡыусыларҙың төрлө сараларҙа уңышлы сығыш яһауҙары - быға асыҡ миҫал. Мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында - алты призер, әҙәбиәт буйынса “Альфа” төбәк-ара олимпиадала – өс призер, рус теле буйынса Гагарин кубогы республика вуз-ара асыҡ олимпиада призеры, рус теле буйынса халыҡ-ара олимпиада призеры, “Тере классика” Бөтә Рәсәй шиғыр һөйләүселәр конкурсының республика этабында – өс призер һәм еңеүсе, “Ломоносов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы призерҙары – ошо ҡаҙаныштар иҫәбендә.

1999 йылдан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының район методика берекмәһенә етәкселек иткән Эльза Шамил ҡыҙы уҡытыу процесында белем биреү сифатын күтәреүҙә заманса педагогик технологияларҙы ҡулланыуҙы пропагандалай, шулай уҡ балаларҙа мөһим әхләҡи һыҙаттар тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Миҫал өсөн. “Тере хәтер. Тарих шәхестәрҙә” авторлыҡ проекты сиктәрендә яҡташтар, шул иҫәптән шағир Шамил Анаҡ, Советтар Союзы Геройы П. Ф. Щербаков, рәссам В. А. Тишин, билдәле ғалим-фольклорсы И. Е. Карпухин, уҡытыусы В. Я. Кабашуров һәм башҡа һоҡланғыс кешеләр тураһында бай материал әҙерләнде.

Эльза Шамил ҡыҙы һөнәри оҫталығын даими камиллаштыра, республика семинарҙарында, конференцияларҙа, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының халыҡ-ара форумында, Мәскәү дәүләт университеты Бөтә Рәсәй йәйге мәктәбендә ҡатнаша. Ул туҡтауһыҙ эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында.

Һәләтле педагог күңел күтәренкелеген һаҡлап ҡалыуға, башҡаларҙы ғәжәпләндереү оҫталығына нисек өлгәшә? Яуап ябай – үҙ һөнәреңде яратыу, балалар менән бөтә күңелеңде һалып эшләү, уларға уңышҡа өлгәшергә ярҙам итеү һәм үҙ көсөнә ышаныс уятыу. Эльза Шамил ҡыҙы әйтеүенсә, “минең төп бурысым – кешеләрҙе, тормошто яратырға өйрәтеү һәм үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон юғалтмау кәрәклеген еткереү. Әгәр балалар быны аңлаһа, улар фәнни асыштар ҙа яһар, шиғырҙар ижад итер, сәхнәлә билдәле артистар кеүек оҫта итеп уйнар һәм тормошта уңышлы шәхестәр булыр...”

Ә бит ысын Уҡытыусы тап бына шундай һөҙөмтәләргә ынтыла ла инде.

З. ЧУПОВА,

мәғариф бүлеге баш инспекторы.

Читайте нас: