Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
4 Апрель 2018, 12:15

Таңғы йондоҙҙарға оҡшаш Әлшәйемдең ҡыҙҙары!

Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гүзәл дә, ҡыйыу ҙа, сос һәм дәртле лә, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсы уҙа. Быйылғы сара егерме алтынсы тапҡыр үткәрелеп, Ғаилә йылына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.

Йыл һайын яҙ башында Өфөлә гүзәл дә, ҡыйыу ҙа, сос һәм дәртле лә, сағыу йөҙлө, һомғол буйлы, ижади һәләттәре менән һоҡландырыр башҡорт ҡыҙҙарының республика матурлыҡ конкурсы уҙа. Быйылғы сара егерме алтынсы тапҡыр үткәрелеп, Ғаилә йылына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына арналды.

“Һылыуҡай” исеменә Башҡортостандың төрлө төбәктәренән һәм Мәскәү ҡалаһынан ун ике ҡыҙ дәғүә итте. Гүзәллек бәйгеһенең төп ваҡиғаһы булған финалға әҙерлек барышында улар хореографтар, вокал, актерлыҡ оҫталығы буйынса педагогтар етәкселегендә үҙ һәләттәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләне. Конкурста ҡатнашыусыларҙың төрлө ваҡиғаларға бай һәр көнөн, ойоштороусыларҙың улар өсөн әҙерләгән һынауҙарын телевидение аша күҙәтергә лә мөмкин булды – ҡыҙҙар көн һайын “Һылыуҡай көндәлеге” тапшырыуында сығыш яһаны.

Матурлыҡ бәйгеһендә Әлшәй районын егерме йәшлек Әлфинә Кашапова лайыҡлы тәҡдим итте. Өфө дәүләт авиация университеты информатика һәм робототехника факультетының өсөнсө курсында уҡыусы ҡыҙ Себенле ауылында тыуып үҫкән. Унынсы синыфҡа тиклем туған мәктәбендә белем алған, ә ун беренсе синыфты М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында тамамлаған. Апаһы Альмира кеүек, мәктәпте алтын миҙалға тамамлай. Әйткәндәй, Кашаповтар ғаиләһендә өс ҡыҙ ңҫкән. Өлкәндәре – юрист, уртансыһы – бер юлы бер нисә уҡыу йорто студенты, Әлфинә иһә иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса белгес буласаҡ.

Башҡортостан гүзәленең ата-әсәһе – йорт хужабикәһе Люциә Биктимер ҡыҙы һәм Себерҙә нефтсе булып эшләүсе Таһир Рәйес улы һәйтеүенсә, Әлфинә бәләкәй сағынан уҡ “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашыу тураһында хыялланған. Ул үҙе лә был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә бына нимәләр яҙа:

“Мин бәләкәй саҡтан һылыуҡай тажы тураһында хыялландым... Хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән атай-әсәйемә бик рәхмәтлемен. Улар миңә лайыҡлы тәрбиә бирҙе, туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләне, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итергә өйрәтте. Бөгөн мин республиканың иң гүзәл ҡыҙы исеменә лайыҡ булдым. Быға әлегә үҙем дә ышанмайым... Был исемгә тап төшөрмәҫкә тырышасаҡмын”.

Һылыуҡайҙар боронғо эпос, заманса подиум героинялары, ауыл ҡыҙҙары, стюардессалар образдарына ингән финал тамашаһында ғына түгел, журналистар менән матбуғат конференцияһында ла һынатманы Әлфинә. Фекерләү һәләте, зирәклеге һәм төплө белемле булыуы менән ул “Мисс Пресса” номинацияһында ла билдәләп үтелде.

Башҡортостан гүзәле титулы һәм һылыуҡай тажы менән бергә Әлфинә Кашаповаға “Лада Гранта” автомобиле асҡысы ла тапшырылды. Бындай бүләк конкурста тәүге тапҡыр булдырылды. Әйткәндәй, һылыуҡайҙың шофер таныҡлығы бар инде.

“Һылыуҡай-2018” финалын сыҡҡан тағы ла ике Әлшәй ҡыҙы - республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусыһы Әҙилә Фәйзуллина (Раевка ауылы) – “Мисс Bashkirian Beauty 2018” номинацияһына, аграр университет студенты Зөһрә Муллағәлина (Ҡармыш ауылы) “Мисс Фэшн” номинацияһына лайыҡ булды.

Читайте нас: