Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һылыуҡай тажы - беҙҙең Әлфинәлә!

Һөйөнсө, дуҫтар! Кисә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт залында үткән “Һылыуҡай-2018” республика бәйгеһенең гала-концертында иң гүзәл башҡорт ҡыҙының исемен атанылар.

Һөйөнсө, дуҫтар! Кисә Өфөлә “Башҡортостан” дәүләт залында үткән “Һылыуҡай-2018” республика бәйгеһенең гала-концертында иң гүзәл башҡорт ҡыҙының исемен атанылар.

Был мәртәбәле исемгә беҙҙең Әлшәй һылыуы, Себенле ауылы ҡыҙы Әлфинә Кашапова лайыҡ булды һәм уға, вәғәҙә ителгәнсә, төп приз - “Лада Гранта” автомобиле асҡысы ла тапшырылды. Өфө авиация-техник университетының өсөнсө курс студенткаһы Әлфинәбеҙ шулай уҡ “Матбуғат һылыуҡайы” номинацияһында еңеп сыҡты. Бына шулай сибәр ҙә, аҡыллы ла, иҫ киткес зирәк тә үҙебеҙҙең Әлшәй ҡыҙҙары! Ҡотлайбыҙ!

Читайте нас: