Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә – туған тел һаҡсыһы

Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған мәртәбәле сара - «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» тип аталған асыҡ республика конкурс-фестивале үтте. Әлшәй районынан унда Балғажы ауылынан Хәжиевтар ғаиләһе ҡатнашты.

“Берҙәмлектә – беҙҙең көс” девизы менән йәшәгән был өлгөлө ғаилә бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, тағы ла дүрт баланы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Гөлфиә һәм Дамир фермер хужалығы тота, умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Улдары Павел, Александр, Даниил һәм Тимофей һәр эштә лә тәүге ярҙамсылары.

Фестиваль ике этаптан торҙо. Тәүгеһендә Хәжиевтар еңеп, финалға үтте һәм диплом алып ҡайтты. Күргәҙмәне үҙ хужалыҡтарында етештергән аҙыҡ-түлек биҙәне. «Беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ» ғаилә визит карточкаһында Александр Ткаченко башҡорт телендә үҙе ижад иткән шиғыры менән сығыш яһап, барыһын да таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй рус малайҙарының барыһы ла башҡорт телен яҡшы белә. Малайҙар был конкурстан илһамланып, ҡанатланып ҡайтты. Тормошто йыр менән биҙәп йәшәгән, ата-бабалар йолаһын быуындан-быуынға тапшырыусы ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләйек.

Читайте нас: