Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

“Алып килдек һеҙгә ихлас күңелдәрҙән Әлшәй балын, Әлшәй моңон, Әлшәй ҡотон...”

Стәрлетамаҡта билдәле яҡташтарыбыҙ менән оҙаҡ көтөлгән осрашыу – “Эй, Әлшәйем, Дим буйы!” тип аталған театрлаштырылған музыкаль тамаша уҙҙы.

Стәрлетамаҡта билдәле яҡташтарыбыҙ менән оҙаҡ көтөлгән осрашыу – “Эй, Әлшәйем, Дим буйы!” тип аталған театрлаштырылған музыкаль тамаша уҙҙы.

Тышта – 30 градус һалҡын. Шуға ҡарамаҫтан Стәрлетамаҡ мәҙәниәт һарайы залында йыйылыусылар шау-гөр килеп тамаша башланыуын көтә. Яҡташтар менән күңелле осрашыуҙар, ҡурай моңо, үтә лә таныш йырҙар, күңелдәргә үтеп инерлек шиғыр юлдары, матур гөлләмәләр, тулҡынландырғыс сәләмләүҙәр һәм көслө алҡыштар... Концертҡа килеүселәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тыпырҙап бейеп тә китә, сәхнә түрендәгеләргә ҡушылып йырлап та ебәрә – меңдән ашыу тамашасы йыйылған сара ысын мәғәнәһендә байрам төҫө алды һәм һәр кем әҫәрләнеп моң даръяһында йөҙҙө.

Концерт программаһы – гүзәл Дим буйындағы йылы осрашыуҙар, вәғәҙә ителгәнсә, бик тә үҙенсәлекле, бай йөкмәткеле килеп сыҡты. Сәхнәгә бер-бер артлы күренекле әлшәйҙәр: шағирҙар, композиторҙар, артистар, йырсылар һәм музыканттар сыҡты. Күптәр осрашыуға ғаиләләре менән килгәйне. Ҡыҫҡаһы, биш сәғәткә яҡын барған һоҡланғыс тамаша бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Мәҙәниәт һарайы фойеһында Әлшәй оҫталары һуҡҡан аҫалы балаҫтар, Раевка балалар сәнғәт мәктәбенең халыҡ музыка ҡоралдары оркестры башҡарыуындағы күңелле көйҙәр концертҡа килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итте. Ә район уҡытыусылары һәм уҡыусыларының, Пионерҙар йорто тәрбиәләнеүселәренең сағыу күргәҙмәһе әлшәйҙәрҙең боронғо һәм хәҙерге кәсептәре менән таныштырҙы.

Хушлашыу мәле лә, һәр ваҡыттағыса, бик тулҡынландырғыс булды. Район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, байрамдың почетлы ҡунағы – республика Башлығы советнигы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданины Спартак Әхмәтов, яҡташыбыҙ, шағир, филология фәндәре докторы, профессор Иван Карпухин да үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Әлшәйҙәр сәхнәлә лә, тамашасылар залында ла яңынан осрашырға яҙһын, тигән теләктәрен белдерҙе...

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтов:

- Республиканың 100 йыллығына арналған һәм “Башҡортостан тарихы биттәре. Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!” республика муниципаль райондары фестиваль-марафоны сиктәрендә үткәрелгән был сара күптәрҙең ярҙамы менән ғәмәлгә ашырылды. Улар араһында әлшәйҙәр ҙә, яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Проекттың бағыусылары: “Раевсахар” йәмғиәтенә (етәксеһе С. Р. Байғужин), эшҡыуарҙар Р. М. Зарипов, Н. Р. Алтынғужин, Р. Ю. Ғәбдрәҡипов, З. Р. Фәйзуллин, Ф. К. Ғәлиуллин һәм А. Й. Рәжәповҡа, яҡташтарыбыҙ Р. Н. Һәүбәнов, И. Ҡ. Шәрипов, А. Н. Волошенков, А. А. Алехин һәм З. М. Муллағәлиеваға, шулай уҡ сараны район мәғариф бүлегенә, Пионерҙар йортона, ветерандар советына, “Ағинәйҙәр” клубына, “Сода” йәмғиәтенең профсоюз ойошмаһына (Е. А. Сәфәрғәлиева) ысын күңелдән рәхмәт белдергем килә. Һәм, әлбиттә, иң ҙур рәхмәт һүҙҙәре - бөтә тамашасыларға, район халҡына һәм Стәрлетамаҡта йәшәүсе яҡташтарыбыҙға.

Читайте нас: