Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һылыуҡай исеме өсөн

“Былтыр республика матурлыҡ конкурсында беҙҙең райондан Лилиә Әлимғужина номинацияға лайыҡ булғайны. Ә быйыл “Һылыуҡай” финалсылары араһында Әлшәй ҡыҙҙары бармы икән?” – тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер егет.

- Һеҙҙе ҡыуандырырға ашығабыҙ, республиканың иң матур ҡыҙы титулына дәғүә итеүселәр араһында беҙҙең район гүзәлдәре лә бар. Һәм улар берәү генә түгел: ун ике финалсының өсөһө – Әлшәй һылыуҙары: Ҡармыш ауылынан район матурлыҡ бәйгеһе еңеүсеһе 21 йәшлек аграр университет студенты Зөһрә Муллағәлина, авиация университеты студенты, Себенле ауылынан 20 йәшлек Әлфинә Кашапова һәм район үҙәгенән иң йәш ҡатнашыусы, республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусыһы, 16 йәшлек Аделия Фәйзуллина, - тип яуап бирҙе мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим ӘКИМБӘТОВ. – “Һылыуҡай-2018” титулын яулаусы 23 мартта билдәле буласа

ҡ.
Читайте нас: