/28 февраль Стәрлетамаҡта Әлшәй йондоҙҙарының ҙур концерты уңайынан/
Дим буйының һағыштары, тауыштары,
Дим һыуының көмөш тәңкә ағыштары…
Илгенәмдең гәүһәр ташлы нағыштары.
Бергә берҙәм булһаҡ, алға барыр эштәр,
Дим буйының балаҫтарын һуға йәштәр.
Әлшәй Мәргән ерҙәрендә беҙ булғанда
Батыр рухы,сәсән теле мәңге йәшәр!!!
Дим буйынан матур ҡала Эстәрлегә
Күтәрелә йырлы йондоҙ томандары.
Ауыҙ иткәс Әлшәйемдең күстәнәсен
Булмаҫ һеҙҙә бер битараф ҡалғандары.
Алып килдек һеҙгә ихлас күңелдәрҙән
Изге уйҙар, моңло йырҙар,аҡ теләктәр!
Ҡабул итеп алығыҙсы бар йөрәктән!