Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
7 Февраль 2018, 11:58

Пар балдаҡтар бергә нурҙар һибә ергә

Ихлас йылмайыуҙар, матур гөлләмәләр, тулҡынландырғыс ҡотлау һүҙҙәре, бүләктәр һәм, әлбиттә, йөрәктәрҙе елкендергән Мендельсон маршы. Был көндө ул бергә тормош ҡороуҙарының “алтын” һәм “бриллиант” юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙары өсөн айырыуса тантаналы яңғыраны.

Район мәҙәниәт һарайында ғаилә парҙарын хөрмәтләү тантанаһы үтте.
Ихлас йылмайыуҙар, матур гөлләмәләр, тулҡынландырғыс ҡотлау һүҙҙәре, бүләктәр һәм, әлбиттә, йөрәктәрҙе елкендергән Мендельсон маршы. Был көндө ул бергә тормош ҡороуҙарының “алтын” һәм “бриллиант” юбилейҙарын билдәләгән ғаилә парҙары өсөн айырыуса тантаналы яңғыраны.
Был тиклем иғтибарҙан бер аҙ ҡаушап ҡалған, әммә үҙҙәрен сикһеҙ бәхетле тойған юбилярҙар балалары, ейәндәре һәм бүләләренең көслө алҡыштары аҫтында сәхнәгә күтәрелде. Улар – Шафран ауылынан бриллиант туйҙарын билдәләгән Әлиә һәм Жәүит Дәүләтовтар, Раевканан Әлфиә һәм Рафаэль Миңлебаевтар, алтын туйҙарын ҡаршылаған Раҡыя һәм Ревмир Ғәлләмовтар, Фәниә һәм Винер Хәкимовтар һәм Һарай ауылынан Гөлсимә һәм Миңлейәр Ғабсаттаровтар. Был парҙарҙың бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәтен, йылдар үтһә лә ҡайнар һөйөү хистәрен юғалтмауын күреп, донъяла уларҙан да бәхетлерәк ғаиләләр юҡ кеүек тойола.
Юбилярҙарҙы балалары, ейәндәре һәм бүләләре ихлас тәбрикләне. Ә район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дмитрий Шелковников Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән ҡотлау хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Һәр ваҡыт райондың әүҙем һайлаусылары булған юбилярҙарҙы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Фәнүзә Ғимаева ла ҡотланы. Ә ЗАГС бүлеге етәксеһе Лариса Сафинаның һәр ғаилә парының мөхәббәт тарихы, тормош һынауҙарына бирешмәй ғаилә усағын һаҡлағандары өсөн ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре күркәм ғүмер байрамдарын билдәләгән парҙарҙың ғына түгел, тантанала ҡатнашҡан ҡунаҡтарҙың да күңеленә үтеп инде.
Социаль-мәҙәни үҙәк артистарының музыкаль ҡотлауҙары ла сараға йәм өҫтәне, бында шулай уҡ күңелле уйындар ойошторолдо һәм күптәнге матур традиция буйынса ғаилә парҙары Райондың абруйлы ғаиләләре китабында ҡултамғаларын ҡалдырҙы. Тантана аҙағында, ғәҙәттәгесә, юбилярҙар менән бергә иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
Читайте нас: