Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
2 Февраль 2018, 12:05

Һәр яҡлап та килгән Лилиә!

Ул - «Серҙәш» ҡатын-ҡыҙҙар клубының әүҙем ағзаһы, аҫалы балаҫтар һуға, бәйләм бәйләй, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, ижадта ла үҙен һынап ҡарай.

Әлшәй районының Сурай ауылында тыуып үҫкән Лилиә Биктимер ҡыҙы Сәлимгәрәева бөтә ғүмерен педогогик хеҙмәткә арнаған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Яңы Сәпәш, Ҡармыш ауылы мәктәптәрендә башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эшләне. Тормош иптәше Илһам Ғәлимйән улы менән ғаиләлә бер ул, ике ҡыҙ үҫтереп, балалары хәҙер һәр береһе тормошта үҙ урынын табып, лайыҡлы хеҙмәт итә. Дүрт ейән-ейәнсәренә нәнәй-ҡарттай булыу бәхетенә лә ирештеләр.
Хаҡлы ялға сығыу менән һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл табырға тырыша. Лилиә Биктимир ҡыҙы ла аҫалы балаҫтар һуға, бәйләм бәйләй, өй эштәренә күңелен һала. Әммә уҡытыусы уҡымай тора алмай. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына, ижадта ла үҙен һынап ҡарай. Компьютерҙы өйрәнеп, “Бәйләнештә” селтәрендә Ҡармыш, Сурай ауылдары төркөмдәрен аса, архив материалдарын йыйып, шәжәрәләр төҙөй. Күңел бөтөнлөгөнә ынтылыш уны Ҡөръәнде ныҡлап өйрәнеүгә алып килә. Ғәрәпсә Ҡөръән уҡырға өйрәнгәс, сүрәләр ятлап, Аҡмулла исемендәге педагогия университетындағы өҫтәмә юғары белем биреү институтында «Ислам дине уҡытыу педагогы» белгеслеген алды. Бөгөн ул мәсеттә ололарға һәм балаларға ғәрәпсә Ҡөръән уҡырға өйрәтә.
Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсәлә Ҡөръән уҡыусы балалар араһында уҙған конкурста ике йыл уның уҡыусылары ла ҡатнашты.
Лилиә Биктимер ҡыҙы - китапханала эшләп килгән «Серҙәш» ҡатын-ҡыҙҙар клубының әүҙем ағзаһы. Әҙәбиәт менән дә ҡыҙыҡһына, үҙе лә шиғырҙар ижад итә. Шәреҡ шағиры Ғүмәр Хайәм робағиҙарына тәржемәләре лә бар. Уларҙың бер нисәһен һеҙгә лә тәҡдим итәм.
ҒҮМӘР ХАЙӘМ РОБАҒИҘАРЫНА ТӘРЖЕМӘЛӘР
Мин донъяны беләм: ҡул ҡулды йыуа.
Бәхәс ҡупһа, аҡыллы телен тыя.
Намыҫһыҙы намыҫлыны оялта.
Тамсы бәхет ҡайғы диңгеҙенә бата.
***
Икмәк ҡара булыу бәлә түгел,
Ҡара күңеллеләр ҡурҡыныс.
Тормош еле үтә һуҡҡанда ла
Бирешмәһәң, йәшәү— ҡыуаныс.
***
Һине һөйгән, һине көткәндәргә,
Һине уйлап, иҫтә тотҡандарға
Ус йылыңды ҡалдыр, һин онотма,
Биш минутҡа сығып киткәндә лә.
***
Ризалыҡта йәшә, ҡәнәғәт бул.
Намыҫыңды һаҡла, ирекле ҡал.
Көнләшмә һин байҙан, ҡайғырма ла,
Һинән ярлыраҡ күп, шуны аңла.
Мәрзиә АБДРАХМАНОВА,
Ҡармыш ауылы китапханасыһы
Читайте нас: