Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙекеләр шулай ул!
26 Декабрь 2017, 11:35

Алмаз Еникеев – Рәсәй чемпионаты призеры

Уҙып барыусы йыл 28 йәшлек спортсы, Раевка гимназияһының физик культура уҡытыусыһы һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы Алмаз Еникеев өсөн уңышлы булды.

Уҙып барыусы йыл 28 йәшлек спортсы, Раевка гимназияһының физик культура уҡытыусыһы һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы Алмаз Еникеев өсөн уңышлы булды.
Өфө ҡалаһында милли һәм халыҡ спорт төрҙәре буйынса республика фестивалендә ул, 65 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеү яулап, почет пьедесталының иң юғары баҫҡысына күтәрелде.
Бүздәк районында Ренат Шәрипов иҫтәлегенә үткәрелгән Башҡортостан чемпионатында ла Әлшәй батыры, бөтә республиканан йыйылған иң көслө көрәшселәр менән алышып, чемпион исемен яуланы. Ул шулай уҡ Башҡортостан көрәшселәренең йыйылма командаһы составында “Урал кубогы” Бөтә Рәсәй асыҡ турнирында ҡатнашты һәм бронза миҙалға лайыҡ булды.
Ә инде Пермь ҡалаһында үткән Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу беҙҙең көрәшсе өсөн йылдың иң сағыу миҙгелдәренең береһе булды. Финалда Татарстандан килгән спортсы еңеүгә өлгәште, ә Алмаз ярыштарҙың көмөш призеры булды. Ошо уҡ келәмдә спортсыбыҙ Рәсәй спорт мастеры нормативын да үтәне.
- Был – минең генә түгел, остаздарымдың да уңышы, - ти батыр. –Мәктәп йылдарында уҡ мине милли көрәш серҙәренә өйрәткән тәүге тренерым Әхнәф Ҡотлозамановтың бында өлөшө ҙур. Стәрлетамаҡ физик культура техникумында уҡыған йылдарҙа мин тренер Алик Яҡуповтың тырышлығы һөҙөмтәһендә милли көрәш менән тағы ла нығыраҡ мауыға башланым. Төрлө яҡлап ярҙам күрһәткән әлеге тренерым, заманында талантлы көрәшсе булып танылған республика чемпионы Зәбир Фәйзуллинға ла сикһеҙ рәхмәтлемен, - ти Рәсәй чемпионатының көмөш призеры Алмаз Еникеев.