Спортсы ҡыҙ был исемде Белгород өлкәһенән алып ҡайтты.
Стәрлетамаҡ физик культура колледжы студенты, ун ете йәшлек Альбина уңыштары менән беҙҙе ҡыуандырып тора. Әйткәндәй, бында үткән ярыштарҙа йәш спортсыға бер нисә тапҡыр уңыш йылмайҙы. 1999 йылғы һәм унан кесерәк ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында ауыр атлетика буйынса Рәсәй беренселеге лә иҫкәрмә булманы. Башҡортостан данын яҡлаған ҡыҙ 53 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында 140 килограмм күтәреп, алтынсы урын алды һәм Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәне.
Раевка ауыр атлетика мәктәбенән тренерҙар Наил Исламоратов, Рифат һәм Ришат Миңлейәровтарҙың таға ла бер тәрбиәләнеүсеһе, республика йыйылма командаһына ингән 10-сы синыф уҡыусыһы Руслан Моратхужин (башҡорт лицейы) ярыштарҙа Рәсәй спорт мастеры кандидаты исемен раҫланы.