М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы һәм Раевка гимназияһы Рәсәйҙең иң яҡшы 200 ауыл мәктәбе иҫәбенә инде.
- Башҡортостандың иң яҡшылар рейтингына индерелгән һигеҙ мәктәптең икеһе – Әлшәй районынан, был беҙҙең мәғариф учреждениелары эшенең юғары кимәлдә ойошторолоуын тағы ла бер тапҡыр раҫлай, - ти мәғариф бүлегенең баш инспекторы Зилә Чупова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, гимназия һәм лицей, шулай уҡ 4-се урта мәктәп быйылғы уҡыу йылында уҡ иң яҡшы 300 ауыл мәктәбе иҫәбенә инде. Ул ваҡытта 9-сы синыфта төп дәүләт имтиханы (ОГЭ) һәм уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй олимпиадаһы йомғаҡтары иҫәпкә алынды. Ә Рәсәйҙең иң яҡшы 200 мәктәбе рейтингын төҙөгәндә Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре баһаланды.