Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
21 Декабрь 2020, 15:00

"Өмөт" номинацияһы - йәш Әлшәй блогерында

Никифар мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Кәримова республика Мәғариф һәм фән министрлығы һәм башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә иғлан ителгән «Иң популяр башҡорт блогеры» конкурсы призеры булды.

Ярыш мәктәп уҡыусылары, һөнәри белем биреү ойошмалары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында үткәрелде. 50-нән ашыу ҡатнашыусы конкурста үҙҙәренең ижади һәләтен һынап ҡарарға теләк белдерҙе.
Жюри ағзалары, уның составына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, шулай уҡ танылған артистар-блогерҙар Миләүшә Хәйбуллина (#milya_dance), Заһит Ҡунафин (#zagit_kunafin) һәм Заһир Зәйнетдинов (#zainetdin) инде, улар бәйгелә ҡатнашыусыларҙың эштәрен баһаланы. Ярыш шарттары буйынса, блогтар башҡорт телендә контент менән тултырылырға һәм конкурстың маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килергә тейеш.
Никифар мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Кәримова, (#yaz10gu) Instagramдағы үҙенең блогында ауыл балалары тормошо, мәктәп ваҡиғалары, ата-әсәләренә нисек ярҙамлашыуы тураһында һөйләй, ул «Өмөт» номинацияһына лайыҡ булды.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.
Читайте нас: