2020 йыл Башҡортостанда Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде. «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлегенең Башҡорт теле йылын үткәреү тураһындағы инициативаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан да хуплау тапты һәм Башҡортостан Республикаһында, Рәсәй Федерацияһының башҡорттар күпләп йәшәгән субъектарында бойомға ашырылды.
-"Бәйләнештә" социаль селтәрендә "Әлшәй районы башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусылары" аккаунты булдырылды.
-Ғинуар айында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үткәрелде. Әлшәй районы призерҙары – Әбдрәшит дөйөм белем биреү мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусыһы Жуковская Алёна (етәксеһе Батталова М.С.), Никифар урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 8-се синыф уҡыусыһы Алимгулова Алия (етәксеһе Шарапова Г.М.)
-25-се тапҡыр уҙғарылған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» төбәк-ара конкурсында 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гәрәева Илвера Мәжит ҡыҙы ҡатнашып, номинацияға лайыҡ булды.
-24 ғинуарҙа Өфөлә Юнеско тарафынан X халыҡ-ара башҡорт халыҡ эпосы "Урал-батыр" конкурсында ҡатнашты. Унда Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан 6-сы синыф уҡыусылары Байрас Сәләмов һәм Рамир Сабанчин "Артистарса дуэт" номинацияһында (етәкселәре Сайранова Л.А.), Ҡыпсаҡ-Асҡар урта мәктәбенән 5-се синыф уҡыусыһы Айгиз Сәмиғуллин "Аудитория менән иң яҡшы аралашҡан өсөн", 7-се синыф уҡыусыһы Данияр Кәримов "Виртуоз башҡарыусы» номинацияһында (етәксеһе Муллагулова М.З.) еңеүсе булды һәм Әбдрәшит, 4-се урта мәктәбе уҡыусылары дипломдарға лайыҡ булды.
-21 февралдә Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған саралар үтте һәм данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы халыҡ-ара диктант уҙғарылды.
Диктантты алты телдә - башҡорт, рус, татар, мари, сыуаш, удмурт телдәрендә яҙырға була ине. Әлшәй районынан Диктантты 604 кеше яҙҙы.
-Февраль айында Республика ғилми-практик конференцияһы «Кейекбаев уҡыуҙары» уҙҙы. Район уҡыусылары, уҡытыусылары яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Ғилми-тикшеренеү эшендә Раевка ауылы гимназияһынан 8-се синыф уҡыусыһы Хәбирова Йондоҙ (етәксеһе Зарипова Р.Ш.), 7-се синыф уҡыусыһы Ҡыпсаҡ-Асҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенән Кәримов Данияр (етәксеһе Муллагулова М.З.), 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 6-сы синыф уҡыусыһы Шаймөхәмәтова Яҙгөл (етәксеһе Миңлеғолова Ә. М.) призерҙар булдылар. “Ижади конкурстар” номинацияһында Ҡыпсаҡ-Асҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 6-сы синыф уҡыусыһы Ғәбитова Нәркәс (етәксеһе Муллағолова М.З.), Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан 11-се синыф уҡыусыһы Сәләмова Алтынай (етәксеһе Вәлиева А.Р.) еңеүсе булды.
-17 апрелда һәм 11 сентябрҙә Милли кейемдәр көнө уҙҙы. Был сарала ла мәктәп коллективтары актив ҡатнашты. Онлайн форматта дәрестәр, кластан тыш саралар уҙғарылды.
-25 апрелдә интернет селтәре аша онлайн форматта башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙыу ойошторолдо. Районда диктантты 1000-дән ашыу кеше яҙҙы.
-18 августа Раевка гимназияһында райондың туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының методик берекмәһе ултырышы үтте. Кәңәшмәнең темаһы - “Мәғариф милли проекты сиктәрендә белем биреү системаһының үҫеш юлдары”.
- “Иң яҡшы башҡорт һәм рус телдәре уҡытыусылары” республикала конкурсында дүрт кандидаттан ике уҡытыусы дипломға һәм илле мең күләмендә аҡсаға лайыҡ булдылар. Улар - Раевка ауылы гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Р.Ш. Зарипова һәм Раевка ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Р. Хәмиҙуллина .
-24 сентябрҙә Красноусол шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үтте. Форумда туған телдәр буйынса район методик берләшмә етәксеһе Р.Ш.Зарипова, 2-се Раевка урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ә. М. Миңлеғолова, М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы директоры Р.М. Дәүләткирәева, 5-се балалар баҡсаһынан тәрбиәсе М.М. Йәғәфәрова ҡатнашты. Сара бик эшлекле формала уҙҙы, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары үҙҙәренең проекттары менән таныштырҙы.
-27 ноябрҙә дистанцион форматта туған телдәр уҡытыусыларының семинары уҙҙы. Уның темаһы «Һәләтле балалар менән эшләү» тип алынды. Туған телдәр район методик берекмәһе етәксеһе алдағы эштәр менән таныштырҙы. Көҙгө каникулда Мәғариф министрлығы, Башҡорт милли үҙәге уҙғарған семинарҙар тураһында һүҙ барҙы.
-26 ноябрҙә башҡорт теле уҡытыусылары менән зона онлайн осрашыуы үтте.
-Сентябрь - ноябрь айҙарында районда «Иң һәләтле китап уҡыусы» конкурсы уҙҙы . Республикаға ебәрелгән эштәрҙең һөҙөмтәһе ҡыуандыра: - М.Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан 7 синыф уҡыусыһы Сәләмов Байрас – 3-сө урын (етәксеһе Сайранова Л.Ә), Ҡыпсаҡ-Асҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенән 8-се синыф уҡыусыһы Д. Кәримов 2-се урын яуланы (етәксеһе Муллағолова М.З.).
“Минең шәжәрәм” республика генеологик тикшеренеүҙәр конкурсы йомғаҡтары буйынса Ҡармыш ауылы мәктәбе уҡыусыһы И. Әхтәмов (етәксеһе Әкимбәтова А. Х.), Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбе уҡыусыһы А. Зарипова. (етәксеһе Муллағолова М.З.), Ташлы ауылы мәктәбе уҡыусыһы Насретдинова А. (етәксеһе Минигулова С.Ш.) эштәре номинацияларҙа еңеүсе булдылар.
Р.Бикбаев уҡыуҙарында ла һынатманыҡ. Раевка ауылы гимназияһынан 10-сы синыф уҡыусыһы Юнысов А. (етәксеһе Кашапова Г.Ғ.), 2-се мәктәптән 7-се синыф уҡыусыһы Әүхәҙишина А. (етәксеһе Хамиҙуллина Ф.Р.), Ғәйнәямаҡ мәктәбенән 9-сы синыф уҡыусыһы Хакимов Д.(етәксеһе Солтанова Н.Ф.) призерҙар булды.
-11-12 декабрҙә БДПУ «Аҡмулла диктанты» уҙғарҙы. Сарала район мәктәптәренән 425 уҡыусы һәм уҡытыусы ҡатнашты.
-Башҡорт теле көнө сиктәрендә район белем биреү ойошмаларында башҡорт теле декадалары, кластан тыш саралар уҙғарылды,сайттарҙа тематик стендтар эшләнелде, һәр мәктәп социаль селтәрҙәрҙә үҙ эштәрен яҡтырта барҙы.
Муниципаль этапта “Мин башҡортса һөйләшәм” видео презентациялар конкурсы дәррәү үтте. Балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр республика кимәлендә ойошторолған "Мин Башҡортостанымды төшөрәм" конкурсында ҡатнашты.14 декабрҙә барлыҡ мәктәптәрҙә Башҡорт теленән берҙәм дәрестәр үтте, уҡыусылар "Урал батыр" йәнһүрәтен ҡараны,шулай уҡ #Шиғрисылбыр флешмобында актив ҡатнаштылар. М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, Раевка ауылы гимназияһы, 4-се, 2-се мәктәптәр, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ташлы, Сурай, Никифар һәм Әбдрәшит мәктәптәре айырыуса әҙемлек күрһәтте.
Эйе, Башҡорт теле йылы бер йыл менән генә сикләнмәй, алдағы йылдарҙа ла башҡорт теленә ошондай иғтибарлы ҡараш булырға тейеш.
район мәғариф бүлеге методисы.