Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
14 Декабрь 2020, 11:53

Туған телем – пар ҡанатым

Әсәй, тип үҫтем бәләкәйҙән,“Атай” һүҙе телдән төшмәне.Һәр нәмәнең үҙ йәме булғандай,Туған телдең дә бар үҙ тәме.

Туған телдең моңло ауаздары
Бәлзәм булып ята күңелгә.
Эй, Хоҙайым, бирсе ғүмерлеккә
Үҙ теленә һөйөү һәр кемгә.
Пар ҡанаты бит һин күңелемдең,
Йырлап торған наҙлы телем һин.
Бихисап телдәрҙең араһында
Иң матурҙарының бер(е)һе һин.
Ҡурай моңдарына ҡушылғанда
Бер илата, берсә йыуата.
Башҡорт телем, атай-әсәй телем
Тыуған илемдә сәскә ата!
Салауат Ғәли (Көҫәпҡолов).
Раевка ауылы.
Читайте нас: