Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
14 Декабрь 2020, 13:00

“Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла...”

Республикабыҙҙа дәүләт теле лә булған башҡорт телен үҫтереү һәм һәм һаҡлауға уҙып барған 2020 йылда ла ҙур иғтибар бирелде.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың хуплауы менән 2020 йыл Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде.

Йыл программаһы сағыу ваҡиғаларға бай булды, һәр ай айырым бер йүнәлешкә арналды, уның сиктәрендә башҡорт телен үҫтереү, халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә йүнәлтелгән фәнни-ғәмәли конференциялар, тематик кисәләр, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре, концерттар, интернет-проекттар һәм башҡа саралар үткәрелде.

Эпидемиологик хәлгә бәйле, бөтә республикалағы кеүек үк, беҙҙең районда ла саралар башлыса онлайн форматта уҙҙы.

Район мәктәптәрендә Башҡорт теле йылы сиктәрендә тематик дәрестәр, кластан тыш саралар, викториналар, әҙәби-музыкаль композициялар, интеллектуаль уйындар үткәрелде. Әлшәй уҡыусылары ижади проекттарҙа, “Мин башҡортса һөйләшәм” видеороликтар конкурсында, билдәле башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеләрендә, мәктәп фольклориадаһында айырыуса әүҙем ҡатнашты. Йәш һүҙ оҫталары шулай уҡ башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала, Кейекбаев, Халиҡов, Ғарипов, Мостай, Бикбаев, Т. Ғарипова уҡыуҙарында, совет дипломаты Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған интернет-викторинала уңышлы сығыш яһаны.

Әлшәйҙәр башҡорт теленән быйыл тәүге тапҡыр онлайн форматта үткән Халыҡ-ара диктантта ла белемдәрен һынап ҡараны. Акцияла уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр, ағинәйҙәр, етәкселәр, предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Район мәҙәниәт һарайвнда “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” район онлайн-конкурсы еңеүселәрен - милли йолаларҙы ҡәҙерләп һаҡлаусы, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе, балаларын да милли рухта тәрбиәләүсе Ҡотлозамановтар, Сәмиғуллиндар һәм Әхмәтовтар ғаиләләрен тәбрикләнеләр. Ә Милли кейем көнөндә, апрель һәм сентябрь айҙарында, “Милли кейемдә фотоһүрәт”, “Башҡорт милли кейемен бөтә донъяға күрһәт!” флешмобтарына бик күп әлшәйҙәр әүҙем ҡушылды.

Башҡорт теле йылында “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды бойомға ашырыу буйынса район хакимиәте ҡарамағындағы комиссия ла бихисап эштәр атҡарҙы. Терминология төркөмө ағзалары алтаҡталарҙың, мәғлүмәти белешмәләрҙең һәм юл күрһәткестәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү маҡсатында Раевка, Шафран һәм Аксен ауылдарында рейдтар ойошторҙо. Шуныһы ла әһәмиәтле, комиссия ағзалары ойошма етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында аңлатыу эше алып бара, уларға методик ярҙам да күрһәтә.

“Бәйләнештә” социаль селтәрендә “Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайы” төркөмө булдырылды, унда Башҡорт теле йылында районда уҙған саралар яҡтыртылып барҙы.

Үткән йылға йомғаҡ 14 декабрҙә, быйыл рәсми рәүештә икенсе тапҡыр билдәләнеп үтелгән Башҡорт теле көнөндә яһала.

Читайте нас: