Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
13 Ноябрь 2020, 20:15

Яратҡан эш шатлыҡ килтерә

Раушания матур йырлай, бейей, ҡул эштәре менән мауыға, ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.

Бала күңеленә юл һала алған, уның менән уртаҡ тел табып, аралаша белгән кеше мотлаҡ уҡытыусы булырға тейештер. Уҡытыусы – балаға белем биреүсе лә, тәрбиәләүсе, кәңәшсе, ҡурсалаусы, икенсе әсәй ҙә. Сурай мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Раушания Усманова – тап шундай педагогтарҙың береһе.
Раушания Мәжит ҡыҙы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсә ҡуйынында, апайҙары эргәһендә иң бәләкәй иркә ҡыҙ булып буй етә. Бәләкәйҙән тырыш, ныҡышмал ҡыҙ мәктәптә лә һынатмай, яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Айырыуса башҡорт һәм рус теле дәрестәрен яратып өйрәнә.
Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһындағы 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Хыялы – балалар баҡсаһында тәрбиәсе булыу. Ике йыл уҡып, ҡулына диплом алғас, тыуған ауылына ҡайтып, ең һыҙғанып, дәртләнеп яратҡан эшенә тотона. Оҙаҡламай балалар баҡсаһы мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамларға ла ваҡыт тапҡан йәш белгес 1989 йылда Сурай мәктәбенә күсеп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1990 йылда ошо ауыл егете Илһамға кейәүгә сыға. Йәштәр матур итеп татыу донъя көтөп алып китә. Яңы йортҡа күсәләр, мөхәббәт емештәре ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға юғары белем алырға ярҙам итәләр. Тормош иптәше Илһам оҙаҡ йылдар мәктәптә газ ҡаҙанлығы операторы булып эшләй. Ҡатынының ауыр һәм яуаплы эшендә ул һәр саҡ беренсе ярҙамсы, кабинетты йыһазлауҙа, ремонт яһауҙа, балаларҙы конкурстарға йөрөтөүҙә лә ярҙамы ҙур.
Раушания Усманова 36 йыл уҡыусыларҙы туған тел серҙәренә өйрәтә. Ул - юғары категориялы уҡытыусы, бер нисә тапҡыр районда үткән һөнәри оҫталыҡ бәйгеләре лауреаты булды. Оҙаҡ йылдар класс етәксеһе эшен башҡара, театр түңәрәге алып бара. Үҙенең белемен, бай тәжрибәһен йәш коллегалары менән дә бик теләп уртаҡлаша. Уҡыусылары район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай. Етди, талапсан, ярҙамсыл һәм изге күңелле уҡытыусыны балалар ҙа ярата. Мәктәп коллективы, ата-әсәләр, ауылдаштары араһында ла абруйы ҙур уның.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ижади кеше булараҡ, ул шиғырҙар, ҡобайырҙар ҙа яҙа, әҫәрҙәре район гәзитендә йыш баҫылып тора. Раушания матур йырлай, бейей, ҡул эштәре менән мауыға, ауылдың йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
Быйыл Раушания Мәжит ҡыҙы һоҡланғыс юбилейын билдәләне, киләсәктә лә уға ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар, яратҡан эшенең тик шатлыҡтар ғына бүләк итеүен теләйбеҙ.
Нәсимә ИЛЬЯСОВА,
хеҙмәт ветераны.
Ҡармыш ауылы.
Әсәйем кәңәштәре.
Әсәйемдең кәңәштәре
Сыңлай ҡолаҡ төбөндә.
Мәрхәмәтле бул һин, балам,
Бәхетең үҙ ҡулыңда.
Тормош юлы һикәлтәле
Борма- борма юлдары.
Һәр кешенең донъяларҙа
Изге булһын уйҙары.
Әсәйемдең кәңәштәрен
Ғүмерем буйына тотам.
Балаларыма еткереп
Бер ваҡытта онотмам.
Кешеләргә ярҙам ҡулы
Һуҙ һин кәрәк сағында.
Бише менән ҡайтыр кире
Һиңә ауыр сағыңда.
Кәңәштәрен әсәйемдең
Тотамын ғүмер буйы.
Балаларыма еткереп
Изгелектәрҙә уйым.
Әлшәйем
Ғәзиз ерем минең Әлшәй ере
Гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған ер.
Ата-олатайҙар йәйләүҙәрҙә
Ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартҡан ер.
Тәбиғәтең матур, иҫ китерлек
Бейек тауҙар, ҡалын урмандар.
Димең аға һинең бормаланып,
Ҡоштарың да моңло һайрайҙар.
Сусаҡ тауы тора күккә ашып,
Шишмәләрең моңло сылтырай.
Йәмле Туҡсорандың буйҙарында
Башҡорт көйө, моңо һис тынмай.
Әлшәйемдә тыуып үҫкәнгәме
Барыһы ла яҡын һәм таныш.
Тыуып-үҫкән ғәзиз еркәйемдән
Айырмаһын мине, эй, яҙмыш.
Раушания УСМАНОВА.
Читайте нас: