Беҙҙең районда милли кейем тегеп, уға килешле биҙәүестәр, түшелдеректәр һәм төрлө аксессуарҙар яһаусы оҫталар бихисап. Улар менән апрель һәм сентябрь айҙарында уҙған Милли кейем көнөнә арналған онлайн-флешмобтарҙа ла танышырға мөмкин ине, унда Әлшәй оҫталары ла үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен тәҡдим итте. Ә хәҙер улар үҙ һәләттәрен халыҡ-ара “Тамға” бәйгеһендә лә күрһәтә ала.
Ҡатнашыусыларҙың эштәре төрлө номинацияларҙа баһаланасаҡ: “Башҡорт милли кейеме – яңыртып тегеү”, “Заманса тегелгән кейем”, “Балалар милли кейеме”, “Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре”, “Традицион башҡорт кейеме аксессуарҙары”.
Заявкалар 30 ноябргә тиклем ”Башҡорт милли кейеме 2020” билдәһе менән [email protected] электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Конкурс эштәрен яҡлау - 1декабрҙән 5 декабргә тиклем, ә йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү 14 декабрҙә, Башҡорт теле көнөндә, була. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, республика милли музейы – еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр вәғәҙә итә, Гран-приға эйә булыусы 300 мең һум аҡса аласаҡ.