Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
13 Ноябрь 2020, 19:00

Сәхнәлә – башҡорт һылыуҙары

Көньяҡ-көнбайыш зонаһынан ҡатнашыусылар өсөн, унда беҙҙең район да ингән, һайлап алыу туры Октябрьский ҡалаһында үтте. Бында Әлшәй гүзәлдәренең данын Ҡармыш ауылынан 16 йәшлек Эльвина Йәнгирова яҡланы. Эльвина М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында 10 синыфта уҡый, бейергә, сәскәләр үҫтерергә ярата. Һайлап алыу турында ул беренсе урынды алды.

Егерме һигеҙ йыллыҡ тарихы булған берҙән-бер этник матурлыҡ конкурсы быйыл беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙҙы.

Ҡатнашыусыларҙың кастингы Мәскәү һәм Санкт-Петербург, Ҡазан һәм Һамар, Һарытау һәм Ҡурған, Силәбе һәм Екатеринбург, Пермь, Ырымбур һәм Сорғот ҡалаларында үтте. Республика туғыҙ зонаға бүленде, һәр бер зонала һайлап алыу туры уҙып, еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.

Бәйгенең шарттары үҙгәрмәне – унда 16 йәштән 25 йәшкә тиклемге, буйы 165 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡыҙҙар ҡатнашты. Уларҙың башҡорт телендә иркен һөйләшеүе, башҡорт халҡы тарихын һәм мәҙәниәтен белеүе, тәбиғи матурлығы, һөйкөмлөлөгө мөһим ине. Ошо сифаттарға эйә ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырырға, бейергә йәки йырларға, сәхнәлә үҙ-үҙен тотоу һәләтен күрһәтергә тейеш ине. Жюри шулай уҡ уларҙың фотоға төшә белеү оҫталығын да баһаланы.

Көньяҡ-көнбайыш зонаһынан ҡатнашыусылар өсөн, унда беҙҙең район да ингән, һайлап алыу туры Октябрьский ҡалаһында үтте. Бында Әлшәй гүзәлдәренең данын Ҡармыш ауылынан 16 йәшлек Эльвина Йәнгирова яҡланы. Эльвина М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында 10 синыфта уҡый, бейергә, сәскәләр үҫтерергә ярата. Һайлап алыу турында ул беренсе урынды алды.

Өфө ҡалаһында үткән бәйгенең икенсе турында “Һылыуҡай-2020” финалистарын билдәләнеләр. Бында республиканың туғыҙ зонаһынан гран-при һәм беренсе урын яулаусылар көс һынашты, төбәктәрҙәге һайлап алыу турында еңеүселәр ҡатнашыусылар исемлеген тулыландырҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, егерме финалист иҫәбенә Эльвина эләкмәне. Һылыуҡай тажына эйә булыусының исеме 3 декабрҙә билдәле буласаҡ. Башҡорт гүзәлдәренең Бөтә Рәсәй “Һылыуҡай-2020” конкурсы еңеүсеһе төп приз – автомобиль менән бүләкләнә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике йыл рәттән башҡорт һылыуҡайы исемен беҙҙең Әлшәй ҡыҙҙары – Себенле ауылынан Әлфинә Кашапова (2018 йыл) һәм Ҡармыштан Ләйлә Шәкүрова (2019 йыл) яулағайны.

Ә Эльвина Йәнгироваға уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр теләйбеҙ, сөнки 16 йәштә бөтәһе лә алда әле!

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: