Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
3 Август 2020, 19:00

Хаталар телдең бәҫен төшөрә

Район хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында»ғы законды ғәмәлгә ашырыу буйынса район комиссияһының сираттағы ултырышы уҙҙы.

Унда терминология төркөмө ағзалары ҡатнашты, кәңәшмәне хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары алып барҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, комиссия 1999 йылдан бирле эшләй һәм хәҙер, ойошма һәм учреждениеларҙың кадрҙар составы үҙгәреүгә бәйле, район хакимиәте башлығы ҡарары менән яңы состав раҫланды, шулай уҡ терминологик төркөм төҙөү тураһында положение эшләнде.
Көн тәртибендәге төп мәсьәлә - алтаҡталар, рекламаларҙы, ойошма һәм предприятиелар күрһәткестәренең дөрөҫ яҙылышын тикшереү маҡсатынан Раевка ауылының ҡайһы бер ойошмалар һәм сауҙа нөктәләре буйынса эш төркөмөнөң рейды һөҙөмтәләре тураһында фекер алышыу булды.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: телдәр тураһындағы закон положениелары киң даирә мәсьәләләргә ҡағыла, комиссия ағзалары был яҡтан ойошма етәкселәре һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында аңлатыу эштәре алып бара, алтаҡталар, мәғлүмәт күрһәткестәре, бланктар, штамптар, мисәттәр һәм башҡа күрһәтмә мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрендә яҙыуҙа, тәржемә итеүҙә методик ярҙам күрһәтә.
Алтаҡталарҙың дөйөм стандарттарға тура килеүен тикшереү барышында терминология төркөмө ыңғай һәм кире яҡтарҙы ла асыҡланы. Мәҫәлән, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, шулай уҡ хәрби комиссариат, Әлшәй урмансылығы, «Рябушка», «Домовенок» магазиндары, шәхси эшҡыуар Зарипов икмәкханаһы алтаҡталары барлыҡ закон талаптарына тура килә. Дөйөм алғанда, визуаль мәғлүмәттең яҙылышына ҡәнәғәтләнерлек баһа бирелде, әммә орфографик һәм стилистик хаталар ҙа табылды. Тәү сиратта, шуға иғтибар итергә кәрәк: әлегә тиклем ҡайһы бер алтаҡталар һәм табличкалар бары тик рус телендә генә яҙылған, был иһә телдәр тураһындағы закон талаптарын етди боҙоу булып тора. Элеккесә, башҡорт хәрефтәрен яҙыуҙа хаталар ебәреү киң таралған. Йыш ҡына сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү предприятиеларының эш ваҡыты тураһында хәбәр итеүсе алтаҡталарҙа етешһезлектәр осрай. Мәҫәлән, "ял көндәрһеҙ" һүҙбәйләнешендәге хаталар ғәҙәти булып киткән. Комиссия ағзалары шулай уҡ ҡайһы бер алтаҡталарҙы яңыртырға тәҡдим итә. Сөнки, килешәһегеҙҙер, иҫке табличкалар һәм мәғлүмәти стендтар, буяуы бөткән баннерҙар ауылыбыҙҙы биҙәмәй.
Күпселек осраҡта заказды үтәгәндә хаталар ебәрелә. Шуға күрә етәкселәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға яңы алтаҡтаға заказ бирер алдынан, әйткәндәй, күп аҡса түгеп, мәғлүмәтте терминологик төркөм менән килештерергә кәрәк. Алтаҡталарҙы, мәғлүмәт күрһәткестәрен, бланктарҙы һәм мисәттәрҙе тәржемә итеү һәм дөрөҫ яҙыуға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар буйынса район хакимиәте ҡарамағындағы телдәр тураһындағы законды ғәмәлгә ашырыу комиссияһына (Раевка ауылы, Ленин урамы, 113, 34-се бүлмә, тел. 3-11-81) мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Читайте нас: