-3 °С
Болотло
Был акцияла һәр теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн һәләтегеҙҙе күрһәткән видеояҙма төшөрөргә кәрәк. Бейеү, йыр, халыҡ ижадын һөйләүме йәки спортҡа оҫталығыңды күрһәтергә була. Үҙеңдең сығышыңды иң аҙаҡтан «Минең исемем Салауат» тип тамамларға кәрәк. Хронометражы – 1 минуттан ашмаһын. Видеяҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #днисалаватаюлаева#мкрб#рцнтрб#МинеңисемемСалауат хэштектары менән урынлаштырырға кәрәк. Акция 16 июнгә тиклем барасаҡ.