Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
26 Апрель 2020, 02:15

"Ғаилә менән тик башҡортса!"

Әлшәйҙәр ҙә халыҡ-ара акциянан ситтә ҡалманы, 1800-ҙән ашыу кеше башҡорт теленән үҙ белемдәрен һынап ҡараны.

Башҡорт теленән Халыҡ-ара диктантта әлшәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты. Алтынсы тапҡыр үткән был белем биреү акцияһы быйыл илдәге эпидемиологик хәлгә бәйле, онлайн форматта ойошторолдо.

Әлшәйҙәр ҙә халыҡ-ара акциянан ситтә ҡалманы, 1800-ҙән ашыу кеше башҡорт теленән үҙ белемдәрен һынап ҡараны. Айырыуса уҡытыусылар, уҡыусылар һәм студенттар, уларҙың ата-әсәләре әүҙем ҡатнашты. Ағинәйҙәр ҙә диктантты башҡорт милли кейемендә яҙып, фотоларын социаль селтәрҙәргә ҡуйған.

- "Ғаилә менән тик башҡортса!" тигән девиз аҫтында беҙ ҙә диктант яҙҙыҡ, инәйем дә ҡушылды, хатта өс тексты ла яҙып ҡуйҙы! – тип хәбәр итә беҙгә Тәүәтәй ауылынан Альбина Муллағолова.

Диктант Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа трансляцияланды. Текст өс вариантта әҙерләнгәйне һәм уларҙы музыкант Заһир Зәйнетдинов, диктор Флүрә Мурзина һәм яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов уҡыны. Телде яҡшы белеүселәрҙән тыш, яңы ғына өйрәнә башлаусылар ҙа, төньяҡ-көнбайыш диалектта яҙыусылар ҙа акцияла ҡатнашып, белем кимәлен тикшереп ҡарай алды.

Әйткәндәй, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн уҡылған текст Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесынан өҙөк булды. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Әхтәм Ихсан 112-се Башҡорт атлы дивизияһының «Ҡыҙыл атлылар» гәзитендә мөхәррир урынбаҫары була. 1960 йылда яҙған повесында ул элекке яуҙаштарының дошманға ҡаршы нисек һуғышыуын ышандырырлыҡ итеп һүрәтләй.

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был мөһим сарала республикабыҙҙың барлыҡ район-ҡалалары, Рәсәйҙең 18 төбәге һәм бөтә донъя буйлап 24 ил ҡатнашты, улар араһында Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Швейцария, Америка Ҡушма Штаттары, Германия, Испания, Эстония, Төркиә, Ҡытайҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә бар.

Диктантта ҡатнашыусылар электрон почта буйынса сертификаттар аласаҡ, ә һөҙөмтәләр утыҙ көн дауамында https://bashkdictant.ru/ сайтына ҡуйыласаҡ.

Читайте нас: