Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
13 Апрель 2020, 12:55

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - онлайн форматта

БР Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартындағы ҡарарына ярашлы, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 25 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрә.

Донъялағы эпидемиологик хәлдең киҫкен булыуын күҙ уңында тотоп, 2020 йылда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн форматта ойошторола.

Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ.

25 апрелдә Өфө ваҡыты менән иртәнге 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телеканалында, “Бәйләнештә”, «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» каналында дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:

– 11:00 сәғәттән 11:20 тиклем – башҡорт телен яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн;

– 11:30 сәғәттән 11:55 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;

– 12:00 сәғәттән 12:20 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.

Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә үҙ аллы яҙа ала. Яҙып бөткәндән һуң, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 26 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаның [email protected] адресына йә +7 (927)950-02-66 Whatsapp һандарына ебәрергә кәрәк.

Әлшәйҙәргә яҙған текстарҙы шулай уҡ район мәғариф бүлеге методисы Г. Р. Зиннуроваға [email protected] электрон адресына йәки 8-937-328-6001 Whatsapp номерына ебәрергә лә мөмкин. Исем-шәрифтәрегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ, дуҫтар.

Диктантты https://bashkdictant.ru рәсми сайтында онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге лә бар. Онлайнда яҙыу мөмкинлеге булмағандар рәсми сайтта 26 апрелдең 22:00 сәғәтенә (Өфө ваҡыты менән) тиклем һаҡланған тура эфир яҙмаһын ҡарап, диктант яҙыуҙа ҡатнаша ала. Үрҙә һанап үтелгән ысулдарҙың береһе менән эште тикшерергә ебәрергә мөмкин.

Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй. Ҡатнашыусы һәр кем электрон форматтағы ҡатнашыусы сертификатын ала. Сертификат кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән электрон адресҡа ебәрелә.

Белем биреү акцияһында теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн йәш тә, йәшәү урыны ла мөһим түгел.

Диктанттың рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru сайтында урынлаштырыла.

Дикторҙар:

  1. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн Заһир Зәйнетдинов (мультиинструменталист).
  2. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Флүрә Мурзина (“Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы).
  3. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн Марсель Сәлимов (яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе).
  4. Читайте нас: