Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
28 Февраль 2020, 11:50

“Урал батыр – Башҡортостан ынйыһы”

Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә Раевка гимназияһының 4-се һәм 5-се синыф уҡыусыларын “Урал батыр” Башҡорт халыҡ эпосын уҡыйбыҙ” I төбәк-ара акцияһында ҡатнашырға саҡырҙы.

Китапханасылар балалар өсөн фольклор сәғәте ойошторҙо. Сара башында бишенсе синыф уҡыусылары тыуған Башҡортостан тураһында йыр башҡарҙы.
Уҡыусылар сәсәндәр, ҡобайырҙар тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белде. Халыҡ риүәйәттәрен йыйыусы Мөхәммәтша Буранғолов тураһында һөйләнеләр.
Әлшәй ере билдәле сәсән исеме менән тығыҙ бәйле. Үткән быуаттың 30-сы йылдарында М. Буранғолов ауылыбыҙҙың башҡорт мәктәбендә башҡорт әҙәбиәте дәрестәре уҡытҡан, шулай уҡ фольклор түңәрәге алып барған, унда балалар халыҡ ижадын, ауылдар тарихын, топонимик исемдәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныумен өйрәнгән.
Артабан сарала ҡатнашыусылар “Урал батыр халыҡ эпосы” видеофильм ҡараны. Акцияла башҡорт теле уҡытыусылары актив ҡатнашты: Гөлназ Ғабдулла ҡыҙы Кашапова уҡыусыларҙы ҡыҫҡаса эпостың төп мотивтары менән таныштырҙы, ә Рәмзиә Шакир ҡыҙы Зарипова ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тулыландырҙы.
Сара аҙағында 3 “д” синыфы уҡыусыһы Регина Ҡадирова һәм 4 “б” синыфы уҡыусыһы Илнар Ғәрифуллин туған телдә әҫәрҙән өҙөк уҡыны.
А. КИРӘЕВА,
үҙәк китапхананың тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире.
Читайте нас: