Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
25 Февраль 2020, 13:35

“Кейекбаев уҡыуҙары”нда ҡатнаштылар

Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән "Xll Кейекбаев уҡыуҙары" Халыҡ-ара Туған телдәр, яҙма әҙәбиәт һәм мәҙәниәт, Башҡорт теле йылына арналды.

Әлшәй районы уҡыусылары был сарала әүҙем ҡатнашты. Ижади эштәр конкурсында Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән Нәркәс Ғәбитова "Иң яҡшы очерк", М. Буранғолов башҡорт лицейы уҡыусыһы Алтынай Сәләмова "Аҫыл һүҙ" номинацияһы еңеүселәре булды. Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән шулай уҡ А. Иманғолов, А. Хәйбрахманов, Д. Ниғмәтуллин ҡатнашыусы дипломдары алды.

Ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса lll дәрәжә дипломға Раевка гимназияһының 8-се класс уҡыусыһы Йондоҙ Хәбирова (етәксеһе Р.Ш. Зарипова), Раевка 2- се мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Яҙгөл Шәймөхәмәтова (Ә. М. Миңлеғолова), Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенән Данияр Кәримов (М.З. Муллағолова) лайыҡ булды.

Читайте нас в