Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
20 Февраль 2020, 15:55

"Халыҡ хәтерендә - халыҡ ижады"

Раевка ауылы гимназияһында "Халыҡ хәтерендә - халыҡ ижады" темаһына синыфтан тыш сара үтте, уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләне.

Сара "Туған телгә йөҙ аҙым" проектына, Башҡорт теле йылына һәм Халыҡ - ара туған телдәр көнөнә арналды. Раевка китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлегенән А. Х. Кирәева һәм Л. Р. Сәйеттғәлина "Урал батыр" эпосы тураһында бай йөкмәткеле материал күрһәтте. 3-4-се класс уҡыусылары эпостан өҙөктәр ятланы, 5-се кластар Тыуған ил тураһында йырҙар йырланы. Кисә көслө алҡыштар менән һәм күмәк фотоға төшөү менән тамамланды, тип хәбәр итте беҙгә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмзиә Зарипова.

Читайте нас: