Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
10 Февраль 2020, 18:00

“Башҡорт теле – заманса тел”

Февраль айы ошондай исем аҫтында үтә, уның хештегы - #интерактив.

Белеүегеҙсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылында һәр ай билдәле бер темаға арнала.

Был айҙың төп маҡсаты - тел белеүселәр менән социаль селтәрҙәр, скайп аша аралашыу, онлайн-дәрестәр, баттлдар, блогерҙарҙы өйрәтеү. Шулай уҡ интернет селтәрендә башҡорт телендә конкурстар, флешмобтар, көнүҙәк темаларға уйындар ойоштороу.

Тәҡдим ителгән саралар араһында башҡорт телендә видеоканалдар, интернет-контент булдырыу, мәктәп, район кимәлендә балалар өсөн иң яҡшы башҡортса видеоблог конкурстары ла бар.

Башҡа айҙарҙың тематик йүнәлеше менән киләһе яҙмаларҙа ла таныштырып, йүнәлтмәләр бирә барырбыҙ, әйткәндәй, ҡәҙерле дуҫтар, хәҙер Әлшәй районы башҡорттары ҡоролтайының да Бәйләнештә (ВКонтакте) социаль селтәрендә үҙ бите бар. Районыбыҙҙа Башҡорт теле йылына арнап үткәрелгән бөтә саралар тураһында мәҡәләләр, фото, видео материалдар ошо төркөмдә урын аласаҡ. Әлшәй башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнә https://vk.com/public191315707 һылтанмаһы менән инеп, һеҙ ҙә унда ҡушылығыҙ. Мәҡәләләрегеҙҙе, яңылыҡтарығыҙҙы, кәңәш-тәҡдимдәрегеҙҙе төркөмгә яҙығыҙ, фотолар, видеолар ебәрегеҙ.

Читайте нас в