Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
БАШҠОРТ ТЕЛЕ ЙЫЛЫ
4 Февраль 2020, 13:25

"Тыуған ерем - Әлшәйем"

Ташлы ауылы китапханаһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәктәп уҡыусылары өсөн тыуған яҡты өйрәнеү дәресе үткәрҙе.

Әлшәй районының 85 йыллығына арналған был сараның программаһы бай йөкмәткеле ине. 1935 йылдың 31 ғинуарында ойошторолған районыбыҙ тарихы, Яйыҡ-ҫыбы-мең ырыуы шәжәрәһе, боронғо ырыу вәкилдәренең вариҫтары тураһында бик күп фәһемле мәғлүмәт алды сарала ҡатнашыусылар.

"Тыуған ерем - Әлшәйем" тип аталған әҙәби уҡыуҙар ҙа балаларҙың күңеленә хуш килде.

Читайте нас: